Сәм, дәрт, йәм01.03.2016
Сәм, дәрт, йәм Фәнүр Сәлмәнов – Әбйәлил районының Хәлил ауылы егете. Бала саҡтан спортты яратыуы, уҡытыусыһы Таһир Әлибаевтың физик тәрбиә дәрестәре уға һөнәр һайлауҙа ҙур этәргес булған. Мәктәпте тамамлағас та егет һис икеләнеүһеҙ Сибай педагогия колледжының физкультура бүлеген һайлаған һәм үкенмәгән.

– Уҡыуға ҙур теләк менән йөрөйөм. Колледждың волейбол йыйылма командаһында уйнайым, еңел атлетика менән шөғөлләнәм. Ҡышын саңғыға баҫам, ә яҙ-көҙҙәрен йүгерәм, – ти йәш спортсы. – Тренер­ҙа­рым Иҙел Исҡужинға, Фәрит Хәмитовҡа ҙур рәхмәтлемен.
Ныҡышмалылыҡ, сабыр­лыҡ, егәрлелек, үҙеңә ялҡау­ланырға ирек бирмәү, юғары маҡсатҡа ынтылыу – спорт өсөн төп талаптар. Ошо сифаттар – һәр уңыштың нигеҙе, шулай уҡ сәм һәм дәрт тә еңеү­ҙә мөһим әһәмиәткә эйә. Әл­биттә, аҙнаһына өс тапҡыр сек­цияларға йөрөү, буш ваҡыттың аҙлығы, башҡа дәрестәргә әҙер­ләнеү, шулай уҡ белем уса­ғында үткән мәҙәни сара­ларҙа ҡатнашыу Фәнүр өсөн бер аҙ ауырлыҡ тыуҙырһа ла, өлгөрөргә тырыша ул. Сәләмәт тормош яҡлы, спортты үҙ иткән, маҡсатлы егет “биш” билдә­лә­ренә генә өлгәшә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Шәкирова әйтеүенсә, Фәнүр Сәлмәновҡа тасуири уҡыу буйынса тиңдәр юҡ. Ул төрлө сараларҙы алып барыу­сы, шағирҙарҙың шиғырҙарын яттан һөйләүсе булараҡ уңышлы сығыш яһай.
Әйткәндәй, егетебеҙ – кү­ренекле композитор Рәүеф Сәл­мәнов вариҫтарының бере­һе. Спортсы, алдынғы студент, нәфис һүҙ оҫтаһы Фәнүргә артабан да яңы үрҙәр, оло еңеү­ҙәр теләйбеҙ.


Вернуться назад