– Кейәүгә сыҡҡас, ирем менән икенсе ҡалаға күсеп киттек. Минең атай-әсәйем дә, уныҡылар ҙа алыҫ, туғандарыбыҙҙан бында бер кем дә юҡ. Шуға ла балабыҙ тыуғас, үҙемде тотҡонда һымаҡ хис итә башланым. Ул көнө буйы эштә, кис арып ҡайта. Баланы ҡалдырып, бер ҡайҙа ла барып булмай, әлбиттә. Тик кис беҙҙең менән бергә тышта йөрөп килергә лә уның ялҡауы килә. Ял көндәрендә булһа ла, баланы уға ғына ҡалдырып әхирәтемә йә парикмахерға барып килә алмайым. “Минең менән булғанда, ул илай”, – тип кенә яуап ҡайтара тормош иптәшем. Баланың көйөн көйләп тормағас, илай инде. Уның менән уйнарға, һөйләшергә лә кәрәк бит әле. Мин арыным, йоҡомдо ҡасан туйҙырғанымды ла хәтерләмәйем. Күңелемдә тыуған ризаһыҙлыҡ ирем менән аралашыуға ла ҡамасаулай, гел үсегәм, һүҙҙәренә бәйләнә башлайым, шунан иреш сыға. Үҙемде ҡулға алып булмай. Ирем минең арығанды күрмәйме икән? Көнө буйы бала менән ултырыуҙы рәхәт тип уйлайҙыр, күрәһең. Ғаиләләге мөнәсәбәтте боҙмаҫ өсөн артабан нимә эшләргә? – тип кисерештәре менән уртаҡлаша Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Әлфиә Яруллина.
– Ир кешелә атайлыҡ хисе тиҙ генә барлыҡҡа килмәй. Атай булыуына шатланыу яуаплылыҡ алдында ҡаушау менән бутала. “Көслө зат” тиһәк тә, ирҙәр улай уҡ көслө түгел шул. Нисек кенә булмаһын, ирҙәрҙең күңел төбөндә үҙгәрештәрҙән ҡурҡыу тойғоһо ята. Яңы тормошҡа яраҡлашыр өсөн уларға ваҡыт кәрәк. Шуға, ирегеҙгә үпкәләр урынға, тыныс ҡына, асыҡтан-асыҡ һөйләшегеҙ. Тәү сиратта һеҙгә нимә оҡшамай, ниндәй ярҙам кәрәк икәнен аңлатығыҙ. Балағыҙҙы ашата алмаһа ла, кис йыуындыра ала. Әгәр, мин уны төшөрөп ебәреүҙән ҡурҡам, ти башлаһа ла уйығыҙҙан кире ҡайтмағыҙ. Балаға кәрәк-яраҡ һатып алыуҙы ла ирегеҙгә ҡушығыҙ. Исемлектә яҙылған әйберҙәрҙе бутаһа, яңылышһа ла, шелтәләмәгеҙ, киреһенсә, маҡтап ебәрегеҙ. Ирегеҙгә тәүҙән үк ҡасан нимә эшләргә кәрәклеген туранан-тура һәм ныҡ итеп әйтегеҙ. Тәү сиратта үҙегеҙгә бикләнеп, үпкәләүҙәргә юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Ризаһыҙлыҡ тойғоһо тыуа икән, уны тыныс һәм аныҡ итеп ирегеҙгә еткерегеҙ.
– Йәш ярымлыҡ улым бар. Бына-бына икенсеһе тыуырға тора. Бер-бер артлы тыуған балаларҙы нисек ҡарарға? Үҫтергәндә нимә эшләргә, нимәнән тыйылырға? Береһен иркәләп, икенсеһендә көнләшеү тойғоһо булдырмаҫҡа ине. Ғөмүмән, ниндәй ауырлыҡтарға әҙер булырға кәрәк? – тип һорай Өфө районында йәшәүсе Лилиә Ғәлиева.
– Бер-бер артлы тыуған балаларҙы тәрбиәләү бер үк ваҡытта рәхәт тә, ҡыйын да. Айырмалары бер йәш кенә булһа ла, һәр ҡайһыһының үҙ холҡо, үҙ һәләттәре булған ике төрлө кеше бит улар. Иң мөһиме – иғтибарығыҙҙы тигеҙ бүлергә тырышығыҙ. Мәҫәлән, бәләкәсен имеҙгәндә, өлкәне менән һөйләшегеҙ. Ул эргәгеҙҙә һүрәт төшөрөп ултырһа ла, яҡшы. Еңеүсе лә, еңелеүсе лә булмаған уйындар уйнатығыҙ. Көнләшеүҙе, тартҡылашыуҙы ҙурға ебәрмәй, араларҙы шунда уҡ көйләгеҙ. Баланың өлкәнерәгенән икенсе “әсәй” яһамағыҙ. Өйгә яңы тыуған сабый ҡайтҡас, “һин ҙур инде” тигән һүҙҙәрҙе бер туҡтауһыҙ ҡабатлауҙан тыйылығыҙ. Туғанын ҡараһа, үҙенсә тәрбиәләһә, төҙәтмәгеҙ, күңелен ҡайтармағыҙ. Ағай йә апай булырға өйрәнһен. Ата-әсәнең иң ҙур яңылышлығы – кемделер нығыраҡ яратыу. Хатта сабый ғына бала ла үҙенә булған мөнәсәбәтте тиҙ аңлай. Ә атаһының йә әсәһенең яратыуы әҙерәк эләккәнен тойған сабый тиҙ рәнйей, үпкәселгә әйләнә. Ул был хәлде донъялағы иң ҙур ғәҙелһеҙлек тип ҡабул итә. Тора-бара унда көнләшеү хисе уяна. Балағыҙҙы ошо хис-тойғонан һаҡлағыҙ.
– Заман шауҡымылыр инде, ҡатын-ҡыҙ декрет ялы бөткәнен дә көтөп тормай эшкә сыға. Ир елкәһендә ултырыуы ла ауыр. Балам атлай, үҙе ашай башлау менән мин дә эшкә сығырға булдым. Тик бәпесем өсөн ҡурҡыу тойғоһо миңә тыныслыҡ бирмәй. Ашағанда сәсәп ҡуймаһын ине, йоҡлағанда ҡолап, имгәнмәһен, береһе менән һуғышып китеп, күҙенә төртмәһендәр һәм башҡа шундай уйҙар башымда ҡайнай ғына. Әлбиттә, был тойғо эшемдә лә ҡамасаулай. Унан нисек ҡотолорға? – тип һорай Өфө ҡалаһында йәшәүсе Аида Абдуллина.
– Сабыйығыҙҙың балалар баҡсаһына иртәрәк барыуына ҡыуанығыҙ. Бындай бала үҙаллылыҡҡа тиҙерәк өйрәнә. Юҡ-барға илап бармай. Үҙен үҙе яҡлай белә. Бында бала ваҡытында ашай, йоҡлай, уйнай, үҫешә. Иң мөһиме – тәрбиәсегеҙ менән уртаҡ тел табығыҙ. Баҡсаға тәжрибәле, үҙ эшен яҡшы башҡарған кешеләр генә эшләй икәнен күҙ уңында тотоғоҙ. Тәрбиәсегә балағыҙҙы ышанып ҡалдыраһығыҙ икән, тимәк, күңелегеҙ ҙә тыныс буласаҡ. Балалар баҡсаһына йөрөй башлар алдынан берәй аҙна тирәһе бала менән бергәләп ултырһағыҙ, төшкө аш ашатһағыҙ, унда балаға хәүеф янамағанлығын яҡшыраҡ аңларһығыҙ. Сабыйы өсөн борсолоу һәр әсәйгә хас. Ул бәләкәй булһа ла шәхес икәнен, үҙенең уй-кисерештәре, шатлыҡтары, хәсрәттәре булған донъяһында, үҙ тормошо менән йәшәүен аңлағыҙ.
Лилиә Нуретдинова