Конверттағы эш хаҡы: кем кемде алдай?26.02.2016
Конверттағы эш хаҡы:  кем кемде алдай? Бөгөнгө тормошобоҙҙо эшҡыуарлыҡ өлкәһенән тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Айырыуса Евросоюз менән АҠШ тарафынан Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкциялар, импортты алмаштырыу мәсьәләһе киҫкен торғанда, был өлкәне үҫтереүгә дәүләт тарафынан ҙур иғтибар бүленә. Тик миҙалдың ике яғы булған кеүек, бында ла үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртҡандар, башҡалар иҫәбенә кеҫәһен ҡалынайтырға теләгәндәр күбәйҙе. “Конверттағы эш хаҡы”, “ҡара ведомость”, ”һоро хеҙмәт хаҡы” хаҡында һүҙебеҙ...

Ике йөҙ
ҡырҡ мең “өрәк”


Эш хаҡын ысынлап конвертҡа һалып бирәләр, йә иһә ҡара ведомость тултыралар икән, тип уйлай күрмәгеҙ. Хәйер, бәлки, уныһы ла барҙыр. Һәр хәлдә төп бәлә – йүнселдәрҙең артыҡ һаҡсыл­лығында, үҙ кеҫәһен ҡайғыртыуында.
Бөгөн эшҡыуарлыҡтың үҫеүе тураһында зәңгәр экрандарҙан яңынан-яңы репортаждар ҡарай­быҙ, гәзит биттәрендә әллә күпме мәҡәлә уҡыйбыҙ. Өҫтәмә эш урындары булдырылды, иҡти­сади яҡтан үҫешәбеҙ, тип йыш сығыш яһайбыҙ. Тик барлыҡ бизнес вәкилдәре лә намыҫлы эш алып барамы, уларҙың эшмәкәр­ле­генән ябай халыҡ файҙа күрәме һуң? Ни тиклем генә үкенесле булмаһын, бөгөн эшҡыуарҙарҙың күбеһе “күләгә”лә ҡалып, “өрәк” булып йәшәүҙе хуп күрә. Хөкүмәт ҡанунда ҡарал­маған эшмәкәрлекте бөтөрөүгә бөтә көсөн һалып, килеп сыҡҡан мәсьәләне төрлөсә көйләргә тырыша ла бит. Тик барыһы ла шыма ғына бармай, сөнки был өлкәнең дә таҡырайған һуҡмағы, йәшерен юлдары барлыҡҡа килгән.
Былтыр Башҡортостанда 240 мең кешенең рәсми рәүештә теркәлмәй эшләгәне асыҡланған. Миҫал өсөн, Белорет районында яҡынса 110 мең халыҡ йәшәүен иҫәпкә алғанда, был һандың ҙурмы-бәләкәйме булыуын яҡшы күҙалларға була. Ә инде ил ки­мәлендә һүҙ йөрөтһәң, күрһәткес тағы ла ҙурыраҡ.
Әйтәйек, ике йыл элек Рәсәй үҙенең 22,5 миллион кешеһен юғалтҡан. Нисек тиһегеҙме? Ябай ғына. Был әҙәмдәр социаль страховка системаһында ла, Пенсия фондында ла теркәлмәгән, иғәнә­ләр түләмәгән, шул арҡала уларҙың ҡайҙа, нимә менән шөғөлләнеүе лә билдәһеҙ.
Илдең 20 төбәгендә үткәрелгән социологик тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, Рәсәйҙә яҡынса һәр туғыҙынсы кеше үҙ-үҙенә эшләй. Был хеҙмәткә яраҡлыларҙың 41 проценты, йәғни 30 миллион, тигән һүҙ. Иң ғәжәпләндергәне – дәүләт уларҙың ысынында күпме табыш алғанын да белмәй.
Ике йыл элек Рәсәй халҡының дәүләт органдарына күрһәтмәй генә 4,8 триллион һум аҡса эшләгәне асыҡланған. Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһы проректоры Александр Сафонов бөтә илдәрҙең дә хеҙмәт баҙарында “күләгә” булыуын, әммә бындай уҡ ҙур дәрәжәгә етмәүен билдәләй. Эшҡыуарҙар аңлаты­уынса, ҙур суммала һалым һәм башҡа төр страховка иғәнәләре түләгәндән һуң ҡулға килем ҡалмай, шуға күрә күптәр ҡасып-боҫоп эшләргә мәжбүр. Социологтар белдере­үенсә, “күләгә”лә ҡалыу ҡайһы бер урта ҡатлам кешеләренә әллә ни уңышлы булмаған иҡтисади көрсөк ваҡытында тотороҡлолоҡ һаҡларға, ярлы­ларға әҙме-күпме аҡсаһын экономиялап, осон-осҡа ялғарға ярҙам итә.
Быйыл республиканың 72 мең кешеһен “күләгә”нән сығарырға тип хәл ителгән. Бында тәүге урындарҙа сауҙа, төҙөлөш, ауыл хужалығы тармаҡтары килә.

Булмағанда
“ҡараһы” ла бара


Илдә ҡулайлаштырыу тул­ҡыны башланып, иҡтисади көрсөк үҙ көсөн күрһәтә башлағас, күп кенә ойошма-предприятие ябылды, ҡыҫҡартыуҙар башланды. Яңы эшкә төшөп, тәжрибә лә туплап өлгөрмәгән юғары белемле белгестәр урамда ҡалды. Теләһә лә, теләмәһә лә, улар бизнес өлкәһенә баш эйергә мәжбүр булды. Ә был иһә бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа нисек булһа ла тотороҡлолоҡ һаҡларға тырыш­ҡан бизнес вәкилдәренә ҡулай ғына. “Конверттағы эш хаҡы”, “күләгәле бизнес”тың яҡшы булмаған эҙемтәләре хаҡында әленән-әле һөйләп, аңлатып торһалар ҙа, ватандаштарыбыҙ күп уйлап тормай, нисек уңайлы, шулай эшләргә тырыша. Шуға күрә дәүләт ни тиклем генә яҡларға тырышһа ла, улар рәсми теркәлеп, закон буйынса эшкә урынлашыуға әллә ни әһәмиәт бирмәй. Иң мөһиме – алһындар, ваҡытында әҙме-күпме аҡсаһын түләһендәр. Ҡайһы берәүҙәр “күләгә”лә эшләүҙе лә үҙенсә файҙаланып ҡалырға тырыша. Мәҫәлән, бер ерҙә рәсми теркә­леүҙән тыш, икенсе урынға йәше­рен урынлашып, өҫтәмә табыш алыусылар ҙа бар. Уларҙың ике урында эшләгәнен бер кем дә белмәйәсәк. Ә ҡайһы берәүҙәре был юлға иртәгәһе көнгә ышаныс булмауҙан бара, сөнки улар бөгөнгө хеҙмәт хаҡының киләсәк пенсияға йоғонто яһарына ла, хаҡлы ялға сығып, лайыҡлы түләү алырына ла ышанмай. Ундайҙар, иртәгәһен ишәк ҡайғыртһын принцибына таянып, пенсияға әллә етәм, әллә юҡ, тип бөгөнгө көн менән йәшәргә тырыша.

“Аҡса булһа
бер муҡса...”


Бизнесмендар дәүләттең бөгөнгө һалым сәйәсәте менән бөтөнләй ризалашмай, ул ғәҙел түгел тип һанай. Шуға күрә һалымдан ҡасыу, килемдәрен экономиялау маҡсатында төрлө юлын таба һәм был йәһәттән ҙур ғына уңышҡа өлгәшәләр. Ә инде эш хаҡын “ҡара ведомость” менән “конверт”та түләү – иң таралған юлдарҙың береһе. Тикшере­неүҙәрҙән күренеүенсә, бындай юл менән Рәсәй компания­лары­ның 87 проценты эшмәкәрлек алып бара. Эш биреүселәр өсөн ошо алым күпкә файҙалыраҡ – страховка иғәнәләрендә, НДФЛ-да экономиялайҙар. Улар өсөн бер генә хәүеф бар – Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт тарафынан штраф һалыныуы. Эйе, закон буйынса шулай. Ысынында иһә әлегә тиклем береһенең дә штраф түләгәне лә, быға зарланғаны ла юҡ. Шуға күрә эшҡыуарҙар ҡурҡып та тормай. Был йәһәттән ныҡлы контроль булмауы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта “ҡара” һәм “һоро” эш хаҡын булдыра ла инде. Шунан иһә әлеге лә баяғы шул ябай хеҙмәткәр зыян күрә. Күп кенә эш биреүселәр, “аҡ” эш хаҡы түләгән осраҡта, бөтә социаль иҫәпләүҙәрҙе, һалымдарҙы хеҙмәткәрҙең үҙенә түләргә тура килә, тип алдарға маташа. Был, әлбиттә, улай түгел. Һалым һәм төрлө йыйымдар – эш биреүсенең һәм уның бухгалтерияһының бурысы. Ул хеҙмәт хаҡынан, 13 проценттан тыш, бер тин дә тотоп алып ҡала алмай. Пенсия, страховка, медицина страховкаһы фондтарына һәм бәхетһеҙ осраҡ өсөн иғәнәләрҙе эш биреүсе үҙ иҫәбенән түләргә тейеш. Шулай ҙа ҡартлығын йәки иртәгәһе көнөн уйлағандар ҙа күбәйә бара. Мәҫәлән, 2009 йылда “ҡара” эш хаҡына ризалашыусылар һаны 60 процент булһа, һуңғы алты йылда был һан 19 процентҡа кәмегән.

Һай-ли, күләгә,
берәүгә лә һөйләмә!


Һалым ставкаларының ҡырҡа артыуы арҡаһында бизнес өлкә­һенең 70 – 80 проценты хеҙмәт хаҡын түләү буйынса “күләгә”ле схемаға күсте. Эшҡыуарҙар ҙур ризаһыҙлыҡ белдереп, тауыш күтәреп ҡараһа ла, хөкүмәт һалым ставкаларын кәметмәү яғында. Иҡтисади үҫеш министр­лығының ставканы кәметергә тигән тәҡдименә лә Финанс министрлығы ризалыҡ бирмәй. Белгестәр ставканың ике генә процентҡа кәмеүен дә 200 миллиард доллар менән баһалай һәм, дәүләт ҡаҙнаһы байтаҡ аҡсанан ҡолаҡ ҡағасаҡ, тип бара. Шулай ҙа киң даирәләге ризаһыҙ­лыҡҡа күҙ йомоп ҡалманылар, ставканы 34 проценттан 30-ға төшөрөп, саҡ ҡына булһа ла кәметергә мәжбүр булдылар. Әлбиттә, был ғына ташлама эшҡыуарҙарға әллә ни еңеллек килтермәне. Шуға ла улар хәлдән сығыуҙың икенсе юлын тапты – һорау алыуҙарҙан күренеүенсә, респон­денттарҙың 70 проценты эш хаҡының “конвертта” түлә­неүен белдергән. Һандарға күҙ һалһаң, хөкүмәттең һалым ставкаларын арттырыуы дөрөҫ сәйәсәт булдымы икән, тип уйлап ҡуяһың.
Хөкүмәт ниндәй юлдар менән “өрәктәрҙе”, “ҡара ведомостарҙы” бөтөрөр – әлегә билдәһеҙ. Был йәһәттән Хеҙмәт министрлығына ла уйланаһы урын бар әле. Бөгөн көнүҙәк булған был мәсьәләнең, һис шикһеҙ, хәл итеү юлын табырҙар, сөнки бынан айырым кешеләр генә түгел, тотош илебеҙ зыян күрә, әллә күпме социаль-иҡтисади проблемаларыбыҙ хәл ителмәй ҡала. Ябай халыҡ та үҙенең киләсәгенә, буласаҡ пенсияһына ышанып, хоҡуҡта­рынан тулыһынса файҙаланып йәшәргә тейеш.




Вернуться назад