Һуңғы йылдарҙа, әл-хәмдү лил-ләһ, дин юлына баҫҡандар күбәйгәндән-күбәйә. Был ғаиләләрҙең тыныслығына, ныҡлығына баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Диндең төп нигеҙе лә шул бит: изгелеккә, татыулыҡҡа, именлеккә ынтылыш.Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рухи ҡиммәтебеҙҙең асылына ныҡлы төшөнмәйенсә, яңылышлыҡ ҡылған кешеләр осрап тора. Мәҫәлән, иң яҡын кешеһен – хәләл ефетен – ҡурҡытып йәшәткән ир-ат барлығы хаҡында ишетергә тура килә. Динебеҙ ҡатынды ныҡ тоторға ҡуша, йәнәһе.
Исламда ундай төшөнсә юҡ. Динебеҙ ҡатын-ҡыҙҙы юғары дәрәжәгә күтәрә. Мәғлүм ки, хатта “Ҡөрьән Кәрим”дә гүзәл затҡа, уның бурыстарына, хоҡуҡтарына арналған “Ән-Ниса” сүрәһе лә бар. Унда мираҫ, ғаилә ҡороу, тормош көтөү, кешеләр менән мөнәсәбәт һәм башҡа мәсьәләләр аныҡ зекер ителгән. Сүрә менән танышҡан кеше, һис шикһеҙ, “динебеҙ ҡатынды ныҡ тоторға ҡуша” тип әйтә алмаҫ ине.
Бөтөн ризыҡ, үлән, иген, емеш тупраҡта үҫә. Шуның шикелле ҡатын-ҡыҙға нәҫелде, кешелек донъяһын, күркәм тәрбиә ҡанундарын дауам итеү бурысы ҡуйылған. Һуңғы йылдарҙа тәбиғәтте, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға айырыуса ҙур иғтибар бүленә башланы. Ни өсөн? Билдәле: ерҙе, уның уңдырышлылығын, таҙалығын һаҡламаһаҡ, унда үҫкән ризыҡтан ни көтөргә ҡала? Тимәк, киләсәгебеҙҙе тыуҙырған, тәрбиәләгән әсәләр ҙә һәр саҡ иғтибар үҙәгендә, ихтирамға лайыҡ булырға тейеш. Гүзәл заттың тән һәм рухи сәләмәтлеге ҡайғыртылмаһа, улар аҡыллы, әхлаҡлы, һөнәрле, илһөйәр, телһөйәр балалар үҫтерә алмаясаҡ.
Ҡатын-ҡыҙ – ғаилә усағын һүндермәй һаҡлаусы. Әгәр ҙә ки ул ялҡынһыҙ, тимәк, иғтибарҙан ситтә булһа, яҡындарына йылы өләшә алырмы? Тимәк, әсә кеше тәү сиратта үҙе ихтирам-хөрмәт күреп, иренең арҡаһына ышыҡланып, ыҙалыҡ күрмәй йәшәргә тейеш. Ошондай күркәм мөнәсәбәт уға йорттоң йәме булыу, хәләл ефетенә дәрт-дарман өҫтәп тороу, тәртипле балалар үҫтереү мөмкинлеген бирә.
Ир менән ҡатындың мөнәсәбәттәренә килгәндә, әлбиттә, тормош булғас, ҡаршылыҡ осрамай тормай. Шуның өсөн һәр ваҡыт бер-береңде аңларға, ҡубырға әҙер ыҙғышты тиҙ арала яйға һалып ебәрергә тырышыу зарур. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең: “Ҡатын-ҡыҙға изгелекле булығыҙ. Ул бөгөлөп торған ҡабырғанан яһалған. Әгәр был ҡыйышлыҡты турайтырға тырышһағыҙ, һындырырһығыҙ. Ә инде шул килеш ҡалдырһағыҙ, кәкрелек бөтмәҫ. Тимәк, ҡатын-ҡыҙҙы аңлау, уға ҡарата сабыр, изгелекле булыу мөһим”, – тигән һүҙҙәрен иҫтән сығармаһын ине көслө зат.
“Иреңә ер икәнһең, ул һиңә күк булыр” тигән аҡылды ла онотмау зарур. Тимәк, гүзәл зат үҙе лә йәрен иғтибарҙан айырмаҫҡа, йылы һүҙҙәрен йәлләмәҫкә, аңларға тырышырға тейеш. Ошоға бәйле бер хикмәтле хикәйәт тә бар. “Ғаиләбеҙҙә һәр саҡ шау-шыу ҡуба. Ирем менән бер-беребеҙҙе аңлай алмай ирешә лә китәбеҙ”, – тип зарын белдергән йәш ҡатын имамға. Диндар уны иғтибар менән тыңлап бөткән дә ниндәйҙер һауыт тотторған. “Эсенә файҙалы һыу тултырҙым, – тигән. – Иреңдең ирешергә уйлағанын һиҙһәң, ошоно уртыңа тултыр. Талаш башланмаҫ. Файҙалы һыу йортоғоҙға тыныслыҡ алып килер”.
Ысынлап та, шулай булған. Һөҙөмтәлә ир менән ҡатын татыу йәшәй башлаған. Ләкин тора-бара һауыттағы һыу төбөнә еткән. Ҡурҡыуға ҡалған ҡатын имамға йүнәлгән.
– Һыуым бөтөп бара, ни эшләрмен? – тип хафаһын белдергән ул.
– Миндә лә юҡ шул, – тип хәйләләгән имам. – Ә һин борсолма. Элеккесә һыу уртланым икән тип уйла ла ултыр.
“Өндәшмәү – алтын”, “Сабыр иткән – моратына еткән” тигән хикмәтле һүҙҙәре бар халҡыбыҙҙың. Уларҙы тормошобоҙға нигеҙ итеп алып, бер-беребеҙҙе ихтирам итеп йәшәһәк, аңлашылмаусанлыҡтарға урын булмаҫ. Өҫтәүенә дин ғилемен, Ҡөрьәнде ныҡлы үҙләштерһәк, “Ҡатынды ҡаты тоторға кәрәк” тигән һүҙҙәргә лә ҡолаҡ һалмай башларбыҙ.