Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге менән берлектә “Уралым” өлкә башҡорттары гәзите Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышлап китап сығарҙы. “Көньяҡ Урал башҡорттарының Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы хәтирәләре” тип аталған йыйынтыҡта етмеш яугирҙең һәм тыл хеҙмәткәренең ғүмер юлы бәйән ителә. Баҫманы әҙерләүселәр тәү сиратта Уралдағы аҫаба халыҡ – башҡорттарҙың батырлығын яҡтыртыуҙы маҡсат итеп ала. Китапҡа ингән барлыҡ яугирҙәр — Силәбе өлкәһенән.
Ысынлап та, төбәк тарихында башҡорт ир-егеттәренең ҡаһарманлығы аҙ яҡтыртылған. Әммә халыҡ хәтерендә уларҙың даны әле лә йәшәй. Мәҫәлән, ҡаланың үҙәк урамдарының береһе 1812 йылғы һуғышҡа китеүселәрҙең тупланыу урыны булған. Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Көньяҡ Урал яугирҙәренә арнап, һәйкәл асыуҙы ла планлаштырған. Әлегә өлкә һәм ҡала властары тарафынан ер бүленгән, кәрәкле документтар әҙерләнә.
Китапҡа ингән ветерандарҙың хәтирәләре башлыса милли юҫыҡта яҡтыртыла. Милләттәштәребеҙҙең күбеһе, башҡорттар һәр ваҡыт татыу, бер-береһенә ярҙам итәләр ине, бындай мөнәсәбәт беҙгә дәһшәтле йылдарҙың ауырлығын еңергә ярҙам итте, тип халҡыбыҙҙың матур сифаттарын һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Тыл хеҙмәтсәндәрен фронтта ҡатнашыусылар менән бер рәткә ҡуйыу осраҡлы түгел. Улар утлы өйөрмә эсендә йөрөмәһә лә, йылғанан тотҡан балығына тиклем яуға оҙатып торған. Эштән ҡайтҡас та, төн йоҡоларын йоҡламай, һалдаттарға ойоҡ-бейәләй бәйләгәндәр.
Башҡорт йәмәғәт ойошмаларының ветерандарҙың ҡаһарманлығын яҡтыртыуға арналған проекттарының һуңғыһы түгел был. Аяҙ күгебеҙ өсөн йәнен аямаған батырҙарыбыҙҙың исемдәрен данлау киләсәктә лә дауам итәсәк.
Нурия ИҠСАНОВА,
“Уралым” гәзитенең
баш мөхәррире.