Һуңғы бер-ике йылда район ауылдарында бер-бер артлы яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары ишеген асты. Сираттағыһы Востокта эшләй башланы. Быға тиклем урындағы халыҡ медицина ярҙамы артынан күрше Ишәй ауылына йөрөй ине. Йыраҡ ара ла түгел, әммә сирләп китһәң, түшәктә ятыуың хәйерлерәк бит, ә фельдшер килеп еткәнсә әллә күпме ваҡыт үтә.
– Ҡан баҫымын үлсәтергә булһаң да, Ишәйгә сығырға тура килә ине, хәҙер иһә ҡулайлы, – тип ҡыуана етмештән уҙған Анна Левкина.
Әйткәндәй, яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында медицина ярҙамы шулай уҡ Яңауыл һәм Октябрь халҡына ла күрһәтеләсәк. Йәмғеһе 475 кешене хеҙмәтләндерәсәктәр. Улар араһында хаҡлы ялдағылар менән бер рәттән, йөклө ҡатындар, кескәй балалар ҙа бар. Ауыл фельдшеры – өс тиҫтәнән ашыу ғүмерен медицина өлкәһендә эшләүгә арнаған Гүзәл Йәнбирҙина ла пациенттарына яҡынайыуға шатланып бөтә алмай.
Пункт “2014 – 2017 йылдарҙа һәм 2020 йылға тиклемге осорҙа ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы ярҙамында төҙөлгән. Ярты йыл самаһы ваҡыт эсендә генә ҡалҡып сыҡҡан ФАП-тың файҙаһы оҙаҡ йылдарға етеүен теләйбеҙ.