Ауыл – табиплы, табип – фатирлы26.02.2016
Ауыл – табиплы, табип – фатирлы Башҡортостанда 2011–2013 йылдарҙа “Ауыл табибы” программаһы
35 йәшкә тиклемге 885 йәш белгесте ауылға йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе. 2014 йылда тағы 50 кеше эшкә тотондо.


– “Ауыл табибы”на ҙур өмөт бағлайбыҙ, – ти Малаяҙ ауылы үҙәк дауа­ханаһының баш табибы Валерий Шапочкин. – Ра­йонға ҡайтҡан белгестәр берәр миллион һум күлә­мендә грант алды. Район хакимиәте лә йәштәр хаҡында хәстәрлек күрә, йорт-ҡура төҙөү өсөн түләүһеҙ ер биләмәләре бүлә. Ҡарар шарттары буйынса табип ауыл дауаханаһында кәмендә биш йыл эшләргә бурыслы. Бынан тыш, белгестәрҙең һәр береһенә республика ҡаҙнаһынан 100-әр мең һум тапшырылды…
Малаяҙға Өфөнән ике йәш табип килде. Эльвира Рауилова уй-фекерҙәре менән уртаҡлашып:
– Сығышым менән Күгәрсен райо­нының Яңы Маҡтау ауылынанмын. Урта мәктәпте тамамлағас, бала саҡ хыялымды тормошҡа ашырырға тип Өфөгә юл алдым. Бәләкәйҙән табип булыу ине ниәтем. Ныҡ тырышһаң, тормошҡа аш­маҫтай хыялға ла өлгәшеп була. 2005 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетына индем. Алты йыл тырышып уҡығандан һуң, диплом алғас, тағы бер йыл интернатурала белемемде камил­лаштырҙым. Аҙаҡ Малаяҙға күсенеп килгәс, тире ауырыуҙары табибәһе булып эш башланым. Һөнәрем йәшәү мәғәнәһенә әйләнде, яратып башҡарған хеҙмәтем миңә көс-дәрт бирә, – тине.
Рөстәм Айрат улы ла шул өлкәлә эш­ләй. Әйткәндәй, студент осоронда бар­лыҡҡа килгән ғаилә Өфө тип йә­бешеп ятмай, районға юллана.
– Тормош иптәшемдән бик уңдым, – ти Рөстәм. – Эльвирам аш-һыуҙы тәмле әҙерләй. Туҡмасы телеңде йоторлоҡ була. Бәлеше лә, ҡоймағы ла, икмәге лә уңа. 2011 йылда Камилә исемле ҡыҙ ҙа бүләк итте. Икебеҙ ҙә юғары белем алдыҡ. Хәләлем дә, мин дә Өфөлә – сит кешеләр, йәшәргә үҙ ҡыуышыбыҙ юҡ. Ятаҡтағы бүлмәбеҙ ваҡытлыса ғына ине. Баш ҡалала фатир һатып алыу – беҙҙең өсөн тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял. Оҙаҡ уйлағас, “Ауыл табибы” програм­маһы буйынса берәй төбәккә барырға уйланыҡ. Биреләсәк аҡсаға фатир һатып алып буласаҡ. Һаулыҡ һаҡлау министр­лығында Салауат районына китергә тәҡдим иттеләр. Малаяҙ дауаханаһына эшкә урын­лаштыҡ. Ә инде ике миллион һум аҡсаны ҡулға тапшырғастар, шунда уҡ Өфөлә фатир һатып алдыҡ.
– Ә Малаяҙҙа ҡайҙа тораһығыҙ?
– Дауахана беҙгә ваҡытлыса ике бүлмәле фатир бирҙе.
– Һеҙҙең эш бүлмәһендә “Аятел-көрси” сүрәһе эленгән.
– Дингә ғүмерем буйы ышанып йәшәйем. Малаяҙҙа фатирға күсер алдынан оҫтабикә саҡыртып, аят уҡытып, хәйер бирҙек. Рөстәм дә мосолман байрамдарын көтөп ала, саҙаҡалар тарата.
Ана шулай уңған йәштәргә ил таяна. Уларға афариндан башҡа ни әйтәһең?!







Вернуться назад