Сүриәлә ваҡытлыса солох иғлан ителде. Урыны, ваҡыты билдәле — Сүриә Ғәрәп Республикаһы... 27 февраль... Урындағы ваҡыт менән 24.00 сәғәттә... Документта ҡаралған шарттар тулыһынса үтәлерме, юҡмы — уныһын киләсәк күрһәтер. Бөгөн иһә Рәсәй менән Америка араһындағы был килешеү, иң мөһиме, донъяны өсөнсө Бөтә донъя һуғышы сигенә алып барып еткергән иң аяуһыҙ ҡан ҡойошто көйләү мөмкинлеген бирә. Нәҡ донъя һуғышы сигенә... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һис тә арттырыу түгел, ә сәйәси ысынбарлыҡ...Һуңғы биш йылда Сүриә төбәктәге иң эре илдәрҙе генә түгел, ә ҡеүәтле дәүләттәрҙе лә — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Хәүефһеҙлек советы ағзаларын — ылыҡтырҙы. Хәтерләһәгеҙ, тәүҙәрәк яҡтар Сүриә мәсьәләһен тыныс юл менән генә көйләү мөмкинлеген билдәләгәйне. Әммә рәсми белдереүҙәргә ҡарамаҫтан, Дамаскка хәрби баҫым артҡандан- артты. Һөҙөмтәлә Сүриәнең ҡораллы көстәре бер нисә фронтта алышырға мәжбүр булды. Шуға оппозицияла ла сәйәси маҡсатҡа һуғыш менән генә өлгәшеп була тигән ҡараш нығынды.
Сүриәләге хәл-ваҡиғалар Әсәдтең ярҙам һорап Рәсәйгә мөрәжәғәт итеүенән үҙгәреш алды. Был осраҡта төп факторҙы, моғайын да, беҙҙең Ҡораллы Көстәр уйнағандыр — һауа-йыһан оборонаһы, ракетаға һәм һауа һөжүменә ҡаршы С-400 ҡоролмаһы, һауа-диңгеҙ флоты... Иң мөһиме – Көнбайыш Рәсәйҙең Сүриә мәсьәләһен көс ҡулланып хәл итеүгә юл ҡуймаясағын аныҡ аңланы.
Әлбиттә, сираттағы килешеүҙе тормошҡа ашырыуҙа ла ауырлыҡтар буласаҡ. Документҡа ҡарата дәғүә белдереүселәр Сүриә оппозиционерҙары араһында ла, Рәсәй сәйәсмәндәре сафында ла етерлек. Әйтәйек, Сүриәнең сәйәси оппозиция лидерҙары был килешеүҙе, ғөмүмән, американдар тарафынан хыянат тип ҡабул итә.
Ҡыҫҡаһы, солох тураһында килешеү бар, ваҡыты, урыны билдәле, әммә әлеге лә баяғы ышаныс юҡ.
Беренсенән, АҠШ Рәсәйҙең был килешеүҙе үтәренә алдан уҡ шик белдерҙе. Сөнки документҡа ярашлы, утты туҡтатыу шарттары Рәсәйҙә тыйылған ИГИЛ-дан һәм БМО-ның Именлек Советы тарафынан террорсы тип танылған башҡа ойошмаларҙан тыш, низағтың барлыҡ яҡтарына ҡағыла. Ә бит бөгөн Әсәдкә ҡаршы нәҡ ИГИЛ, “Джебхат-ан-Нусра” һәм террорсы тип танылған башҡа ойошмалар һуғыша. Бында ла Минск килешеүендәге кеүек бөтә бәләне Рәсәйгә япһарып ҡуймаһалар ярай ҙа.
Икенсенән, төбәктә “бойондороҡһоҙ” хәрби контингент барлыҡҡа килде. Улар Рәсәй менән дә, АҠШ менән дә, Әсәд менән дә, хатта оппозиция менән дә иҫәпләшмәй.
Өсөнсөнән, Сүриә ерендә Рәсәй менән АҠШ-тың үҙҙәренә ҡаршы сәйәсәт алып барған көстәр бар. Уларға инде кемдең кем булыуы ла, шул уҡ килешеүҙәр ҙә барыбер.
Дүртенсенән, Рәсәй үҙе был килешеүҙең үтәлеренә ышанып бөтәме икән? Килешеүҙе төҙөү менән уны үтәү бер түгел бит.
Ғөмүмән, Мәскәү ҙә, Вашингтон да әлеге хәлде белә, аңлай һәм килешеүҙе боҙмаҫ өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләр тип ышанғы килә. Әммә был осраҡта икенсе бер мөһим мәлде күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай: өлгәшелгән солох, һис шикһеҙ, Рәсәй менән Америка араһындағы мөнәсәбәттәргә йоғонто яһамай ҡалмаҫ. Ни тиһәң дә, бөгөн Рәсәй үҙ позицияһын нығытып, тышҡы сәйәсәт принциптарынан баш тартмаясағын һәм АҠШ-ҡа урынһыҙ дәғүәләр ташларға йыйынмауын асыҡ күрһәтте. Һөҙөмтәлә Мәскәү менән Вашингтон мәсьәләне көйләүҙең берлектәге принцибын төҙөнө. Был иһә киләсәктә һуғышҡа юл ҡуймай, мәсьәләне сәйәси юл менән хәл итеү мөмкинлеген бирер тип ышандыра.
Гәзит уҡыусыларыбыҙ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль ассамблеяһының 70-се сессияһындағы сығышын хәтерләйҙер. Ул саҡта ил етәксеһе Көнбайыш лидерҙарына: “Ни ҡылғанығыҙҙы хәҙер аңлайһығыҙмы?” — тип ҡаты ғына мөрәжәғәт иткәйне. Төрлө фекер уятты, әлбиттә, әлеге сығыш. Әммә бөгөн Көнбайыш Рәсәйҙең Яҡын Көнсығыштағы сәйәсәтен күпкә аңлыраҡ ҡабул итә башланы. Һәр хәлдә, төбәктең оло һәләкәттән һаҡлап алып ҡалыныуын бер кем дә инҡар итә алмай. Иң мөһиме — солохҡа табан бер аҙым яһалды...