Илебеҙҙең баш ҡалаһында “Мәскәү һылыуҡайы” конкурсының һайлап алыу туры уҙҙы. Финалға Гөлзифа Тутманова, Миләүшә Таһирова, Юлиә Әбүбәкирова,
Регина Раянова, Әлфирә Торсонбаева, Фәйрүзә Әбсәләмова, Гүзәлиә Баййегетова, Аҡйондоҙ Сараева, Илнара Ниязғолова, Айгөл Аллағолова сыҡты. Уларҙың барыһы ла юғары уҡыу йорттарында белем ала. Бәйгене ойоштороусылар һөйләүенсә, кастингта Мәскәүҙә йәшәгән башҡорт ҡыҙҙары ҡатнашҡан. Улар үҙҙәре менән таныштырған, ижади һәләттәрен күрһәткән. Жюри ағзалары һылыуҙарҙың тышҡы ҡиәфәтенән тыш, туған телен белеүенә, артислыҡ һәләттәренә лә иғтибар иткән.
— Ҡатнашыусыларҙы һайлап алыуы еңелдән булманы, — ти конкурсты ойоштороусыларҙың береһе Гүзәлиә Мырҙағәлина. — Барыһы ла финалда сығыш яһауға лайыҡ. Быйыл сәхнәлә үҙҙәренең сибәрлеген раҫларға теләгәндәр уҙған йылдарға ҡарағанда күберәк.
Бәйгенең финалы 5 мартта уҙа. Һылыуҡайҙар аҫыл таштарҙан яһалған таж өсөн көс һынашасаҡ. Иң сибәр башҡорт ҡыҙы республика матурлыҡ бәйгеһендә илебеҙҙең баш ҡалаһы исеменән сығыш яһаясаҡ.
Мәскәүҙә башҡорт һылыуҡайҙары конкурсы өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Бәйгене ойоштороусылар — Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы республикабыҙ студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы һәм Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге.
Л. Дәүләтбәкова, А. Хужәхмәтова әҙерләне.