Фельдшерҙарға — 400 мең һум26.02.2016
Башҡортостанда быйыл “Ауыл фельдшеры” программаһы тормошҡа ашырыла башлай.

Ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 36 миллион һум аҡса бүлеү күҙаллана. Был 70 медицина персоналын ауылға йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк. Программаға ярашлы, төпкөлгә барырға теләк белдергән фельдшерҙарға 400 мең һум аҡса түләү ҡарала.
Тағы ла бер проект — “Ауыл табибы” программаһы һөҙөмтәһендә райондарҙа белгестәр һаны 2014 йылғы кимәлдән кәмемәгән. Һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров әйтеүенсә, шул уҡ ваҡытта кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһе һаҡланып ҡала. Мәҫәлән, 14 районда 10 мең кешегә егерменән аҙыраҡ табип тура килә. Хөкүмәт хуплаған башланғысты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә быйыл белгестәр һанын тағы ла 150 кешегә арттырыу күҙаллана.


Вернуться назад