Ихласлыҡ, тыныслыҡ, мәңгелек билдәһе26.02.2016
Ошо көндәрҙә республикабыҙ Башҡортостандың Дәүләт флагы көнөн билдәләне. 1992 йылда Башҡорт АССР-ының Юғары Советы республика дәүләтселегенең рәсми символдарының береһенә әүерелгән өр-яңы флагты раҫланы.

Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагы – күк, аҡ һәм йәшел төҫтәге һыҙаттарҙан торған тура мөйөшлө туҡыма рәүешендә. Ҡап уртала алтын төҫөндәге эмблема — ҡурай сәскәһе һүрәтләнгән. Дәүләт символикаһы тураһында законда флагтағы төҫтәрҙең мәғәнәһе асыла: күк төҫ — асыҡлыҡты, ихласлыҡты һәм изге күңеллелекте, аҡ — тыныслыҡты, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуҙы, йәшел төҫ иһә азатлыҡты, мәңгелекте аңлата. Ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡты, уның ете тажы Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлегенә нигеҙ һалған ете ырыуҙы кәүҙәләндерә.
— Республикабыҙ халҡы өсөн флаг дәүләт һәм йәмәғәт тормошоноң айырылғыһыҙ һәм ғәҙәти атрибутына әүерелде, — тине төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов. — Флагты күреү менән һәр кешелә республикабыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо, уның уңыштарына һәм үҫешенә тос өлөш индереү теләге барлыҡҡа киләлер, тип ышанам.


Вернуться назад