Барҙыр илдең батыр улдары...26.02.2016
Барҙыр илдең батыр улдары... Телевизорҙан спорт каналын ҡараһаң, сер түгел, бокс, көрәш, ҡул һуғышы буйынса күп осраҡта Рәсәй вәкиле булып Кавказ егеттәре сығыш яһай. Билдәле, тауҙарҙа был спорт төрҙәренә үҙенсәлекле ҡараш. Ирекһеҙҙән ҡайҙа икән беҙҙең егеттәр, тип көнләшеп ҡуяһың. Ә шулай ҙа донъя кимәлендә абруйлы исем яулаған батырҙарыбыҙ бар. Шундайҙарҙың береһе, мәҫәлән, Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы студенты Шамил Йәмилев.
“Батыр” клубы тәрбиәләнеүсеһе былтыр панкратион (көрәш алымдарын һәм ҡул һуғышы техникаһын берләштергән боронғо Олимпия спорт төрө) буйынса донъя чемпионы булды. Төркиәнең Алания ҡалаһындағы турнирҙа финалда Украина спортсыһын еңде ул. Ил буйынса уҙғарылған ярыштарҙа ла даими призлы урындар яулап тора егет. Әл­биттә, планета кимәлендә еңеү көндәлек ябай күренеш түгел, шуға ла уға әҙерлек күп ваҡыт, тырышлыҡ талап итә. Студент та бит әле Шамил шул уҡ мәлдә.
Барҙыр илдең батыр улдары...– Көндәр лекция менән секция ара­һында үтә, – ти Шамил, был йәһәттән шаяртып. – Дөрөҫөн әйткәндә, клубҡа кисен йөрөйөм, көндөҙ иһә уҡыу менән мәшғүлмен. Киләсәктә яҡшы белгес булыр өсөн төрлө яҡлап үҫешергә кәрәк бит.
Бала сағынан көрәш буйынса тренер булырға хыяллана Шамил. Әйткәндәй, Стәрлебаш егетенең уйы тормошҡа ашырға тора – IV курста белем ала, “тренер-уҡытыусы” һөнәре буйынса бына-бына диплом яҡлаясаҡ.
Бер юлы бихисап эшкә өлгөргән Юлий Цезарь менән сағыштырып ҡуям уны. Ә беҙ, киләсәгебеҙ – өмөтһөҙ, тигән бу­лабыҙ.





Вернуться назад