Әйләнә-тирәбеҙҙә ғәжәп яҙмышлы, оҫта ҡуллы, тормошто йәмләргә, матурларға ынтылып йәшәгән кешеләр бар. Малаяҙ ауылында ғүмер иткән Эльмира Хәкимова — шуларҙың береһе. — Атайым да оҫта булды, урындыҡ, өҫтәл, ишек, тәҙрә өлгөләре эшләй ине. Өйөмдәге барлыҡ йыһаз – уныҡы. Улар сифатлы, хәҙергеләр кеүек бысҡы вағынан яһалмаған.
Мин унан эшкә өйрәнеп үҫтем. Рәсем төшөрөргә лә әүәҫ булдым. Шуға күрә атай-әсәйем һәләтемде үҫтерергә теләне. Тәүҙә Өфөлә, унан Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһында уҡыным, – ти Эльмира.
Бәйләмгә лә маһир ул. Буш ваҡыты булдымы, ошо шөғөлөнә тотона. Йәнә ҡурсаҡтар яһай.
– Бәйләү – сабырлыҡ талап иткән ваҡ эштәрҙең береһе, – тип ихлас һөйләй әңгәмәсем. – Ҡайһы саҡ сәғәттәр буйы айырыла алмайым, һүрәт төшөрәм. Ашау-йоҡоно ла онотам, көн һайын уртаса өс сәғәт бәйләйем.
Оҫта ханымдың ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Яратҡан шөғөлөнән йәм таба, ләззәт ала ул.