Үҙебеҙҙең “мөхәббәт байрамы” буласаҡ!24.02.2016
Үҙебеҙҙең “мөхәббәт байрамы” буласаҡ! 1 мартта Стәрлетамаҡта урындағы ҡоролтай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр бүлеге менән берлектә ғаилә ҡиммәттәре, мөхәббәт һәм тоғролоҡҡа арналған “Етегән” башҡорт байрамын үткәрә. Был күркәм башланғыс хаҡында белешеү маҡсатында төп ойоштороусыларҙың береһе, тарих фәндәре кандидаты, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы доценты, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ләйсән ЙОСОПОВАға мөрәжәғәт иттек.

– Үҙенсәлекле байрам үткә­реү идеяһы ҡасан барлыҡҡа килде?
– Былтыр Ғашиҡтар көнө алдынан Интернет селтәрендә йәш­тәр генә түгел, оло быуын вәкил­дәре лә ошо темаға әүҙем бә­хәсләшә башлағайны. “Ниңә әле беҙ халҡыбыҙға һәм динебеҙгә ят ваҡиғаларҙы байрам итергә тейеш?”, “Эх, үҙебеҙҙең ошондай байрам булһа ине” тигән фекерҙәр таралды. Ошо “аһ-зар” минең кү­ңелгә инеп, “шыта” башланы.
Тәүҙә был сараны йәй матур тәбиғәт ҡосағында билдәләргә уйланыҡ. Әммә ҡала шарттарында бындай эште башҡарып сығыу мөмкин булмаясағына инандыҡ, сөнки студенттар ҡайтып китә, юғары класс уҡыусылары ла каникулға тарала, эшсе йәштәр иһә ялға сыға. Ахырҙа Ватанды һаҡлаусылар һәм Халыҡ-ара ҡа­тын-ҡыҙҙар көндәре араһындағы 1 мартҡа туҡталдыҡ. Хәйер, был дата үҙе ҙур мәғәнәгә эйә – яҙ миҙгеленә аяҡ баҫҡан көн. Әлбиттә, мөхәббәт, ғашиҡ булыу, йөрәктең шашып тибер мәле.
– Ниәтегеҙ – заманына күрә бик етди аҙым. Ғәҙәттә, һәр бай­рамдың, иҫтәлекле көндөң ни­ге­ҙенә ниндәй ҙә булһа ваҡиға һалына бит әле…
– Тәү сиратта башҡорт хал­ҡының киң таралған “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” эпик әҫәре күҙ алдына килә. Әммә матур мөхәб­бәт ваҡиғалары милли тарихы­быҙҙа, мәҙәниәтебеҙҙә уның менән генә тамамланмай. “Ете ҡыҙ” ле­гендаһы нигеҙендә лә һоҡланғыс, тетрәндергес ваҡиға ята. Тоғролоҡ та, илһөйәрлек тә, ҡыйыулыҡ та бар унда.
Ғөмүмән, башҡорт мәҙәниәтендә ете һаны күп осрай һәм тәрән мә­ғәнәгә эйә. Етегән йондоҙ, ете таж, ете батыр, ете юл саты… Байрам­дың символы ла шул ете һанына бәйле – ете йондоҙ (етегән йондоҙ) һүрәтләнгән унда.
– “Мөхәббәт байрамы”ның “көн тәртибе”нә нимәләр инде­релгән?
– Саралар ҡалабыҙҙың Абдул­ҡадир Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте үҙәгендә баш­ланасаҡ. Унда “Башҡорт әҙәбиәте. Мөхәббәт тураһында шиғырҙар” исемле әҙәби кафе ойоштороу ҡаралған. Артабан Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе алдында бейеү флешмобына йыйы­ла­саҡбыҙ. Байрам алдан ойошто­ролған конкурстарҙы йомғаҡлау, еңеүселәрен бүләкләү һәм ҙур концерт менән тамамланасаҡ.
– Мөхәббәт төшөнсәһе ха­ҡын­да йәнә бер ҡабат уйла­нырға саҡырған сарала ғашиҡ булыусылар, парлашып ҡай­тып китеүселәр табылырмы?
– Һис шикһеҙ, байрамдың төп маҡсаттарының береһе шуға ҡайтып ҡала – үҙебеҙҙең милләт егеттәрен һәм ҡыҙҙарын таныштырыу, аралаштырыу, күберәк башҡорт ғаиләләрен булдырыу, шул рәүешле милләтебеҙҙе үҫтереү һәм һаҡлап ҡалыу.
– Шулай ҙа был сараның киләсәге, әһәмиәте барлыҡҡа килгән парҙар менән генә баһа­ланмайҙыр бит?..
– Әлеге заманда Башҡортос­танда ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә гөрләп үткән Шәжәрә байрамы ҡасандыр Баймаҡ – Хәйбулла яҡтарындағы бер ауылдан башлан­ды. Уйлап ҡараһаң, ниндәй мәғә­нәгә эйә бит был сара: кешеләр тамырҙарын эҙләй, ата-бабаларын юллай, үҙенең һәм башҡаларҙың тарихына хөрмәт менән ҡарарға өйрәнә, дуҫлыҡ ептәре нығый. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнөң дә киң таралырына иманым камил. Байрам бит осраҡлы тыуманы, идеяһы юҡҡа нигеҙ­лән­мәне. Кешелек дауам итһен өсөн, Ер йөҙөндә ҡурҡыныс йоғошло ауырыуҙар, эскелек булмаһын тиһәк, шул уҡ ваҡытта лайыҡлы алмаш үҫтереү юҫығында беҙгә нимә кәрәк? Мөхәббәткә һәм тоғролоҡҡа ҡоролған ғаилә институты!

Рәмил МАНСУРОВ әңгәмәләште.







Вернуться назад