Халыҡтың ихтыяжын тойоп24.02.2016
Халыҡтың ихтыяжын тойоп Башҡортостандағы кондитер ризыҡтарын әүәл Өфөләге “Конди” фабрикаһы күпләп етештерҙе. Әле иһә баҙарға өр-яңы компаниялар сыҡты. Улар иҫәбендә шәхси эшҡыуар Ләйсән Дәүләтшинаның да фабрикаһы бар.

2000 йылда нигеҙ һалынған “Laycy Queen” тәмлекәстәр фабрикаһы – әле йылдам үҫеүсе предприя­тиеларҙың береһе. Бына 15 йылдан ашыу инде ул юғары сифатлы ризыҡ етештерә. Эшмәкәрлек осоронда Ләйсән һәм уның ғаиләһе (үҙенең хеҙмәттәштәрен эшҡыуар шулай тип йөрөтә) үҙенсәлекле үҫеш концеп­цияһын төҙөгән һәм, татлы ризыҡ­тарҙың ассортиментын, тәмен яҡшыртып, ошо концепцияны тайпылышһыҙ үтәй.
Предприятие тарихы Туймазы ҡалаһындағы печенье бешереү цехында башлана. Ләйсән менән уның хәләл ефете Михаил уңышҡа ышанып, эшкә тотона. Был йәһәттән 2002 йыл ҙур әһәмиәткә эйә булды, ти улар. Ғәҙәттәгесә, аяҡ салыусылар ҙа табыла. Шәкәрҙе тейешенсә һалмау һөҙөмтәһендә продукция­ның сифаты төшә, дәғүәләр арта, тауар өсөн аҡсаны кире ҡайтарыуҙы ла талап итәләр. Шулай ҙа Ләйсән юғалып ҡалмай. Барлыҡ мөлкәтен, шул иҫәптән бөтә уңайлыҡтары булған фатирын һата. Ләкин бурысты ҡаплау өсөн был аҡса ла етмәй.
– Әсәйемә ҙур рәхмәт, ярҙам итте, – ти Ләйсән. – 2002 йылда предприятиела бисквит ҡамырҙан бәләкәй урамалар бешерә башланыҡ. Тап ошо ризыҡ 14йыл инде беҙҙең “локомотив”ты тәшкил итә, предприя­тиеның йөҙөк ҡашы булып тора. 2015 йылда урамаға патент алдыҡ.
2008 йылда Туймазы районы­ның Собханғол ауылындағы ташландыҡ йәшелсә һаҡлағыс корпустарын реконструкциялап, кондитер цехтары шунда күсе­релә. Әле предприятиела 149 кеше эшләй, тәүлегенә 22 тонна татлы ашамлыҡ сығарыла. Иҡти­садтағы көрсөккә ҡарамаҫтан, хеҙ­мәт­кәрҙәр бында артҡандан-арта. Дәүләтшиндар әйтеүенсә, әлеге ҡатмарлы осорҙа уңышҡа өлгәшеү нигеҙе – ул көрсөктә лә үҫеште маҡ­сат итеп ҡуйыу. Шуға күрә иҡти­сад­тағы тетрәнеүҙәр мәлендә лә фабрикала етеште­релгән продукция күләме арта, һатыу географияһы киңәйә. Собханғолдағы предприятие хәҙер Калининградтан алып Владивостокка тиклем һәм Архан­гель­ски­ҙан Симферополгәсә халыҡты татлы ризыҡ менән тәьмин итә.
Рәсәйҙең 35-тән ашыу төбә­гендә фабриканың партнеры бар. Улар Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Беларусь, Төркмәнстан, Тажикстан, Азербайжан, Әрмәнстанда ла эшләй. Тиҙҙән продукцияны Үзбәкстанға, Ҡытайға һәм Мон­голияға сығарырға ниәтләйҙәр. Дәүләтшиндар үҙҙәренең эшмә­кәрлегендә бер ҡасан да баҙарҙа таралған продукция сығарыуға ынтылмай. Шуға күрә хәҙерге иҡтисад һәм етди конкурентлыҡ шарттарында ла “Laycy Queen” сауҙа маркаһы менән сыҡҡан тауарға ихтыяж ҙур.
Ләйсән Искәндәр ҡыҙы хәйриә эшенән дә ситтә ҡалмай. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, пенсионерҙарға, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына ярҙам итеү уның өсөн күркәм йолаға әүерелгән.


Реклама


Вернуться назад