Беҙҙең Тутыя07.03.2012
Беҙҙең ТутыяТутыя медицина училищеһын тамамлап, Иглин ҡасабаһында фармацевт булып эшләй башлауына ифрат ҡәнәғәт ине. Һөнәре оҡшай. Тыуған ауылы Нимесләр терәлеп тора тигәндәй, ял һайын ата-әсәһе янына ҡайта һалып, ярҙамлашып килә.
Бер көндө уны Өфөгә саҡыртып алдылар ҙа былай тинеләр:
– Ғафури районының Сәйетбаба ауылында аптека асырға кәрәк, белгестәр юҡ, һине ебәрергә булдыҡ.
Ҡыҙ тыуған яғынан алыҫҡа китергә теләмәһә лә, ул замандарҙа, юҡ, бармайым, тип ҡаршылашыу бөтөнләй ят күренеш ине. Хөкүмәт уҡып сыҡҡан һәр белгестең яҙмышын үҙе хәл итә, күҙ уңында тота. Ҡайҙа ҡушалар – шунда бараһың.
Был 1964 йылдың яуынлы көҙө ине. Автобустар йүнләп йөрөмәй. Юлдар үтеп сыҡҡыһыҙ булып иҙелгән. Ул саҡта ҡыҙ йәһәннәмдә тойолған Сәйетбабаға, үткенсе машиналарҙың береһенән төшөп, икенсеһенә ултырып, көскә килеп етә.
Аптека тип күҙаллаған бина бәләкәй генә. Бөгөндән тота килеп эшләй башлау мөмкин түгел. Әммә һәр эштең рәт-сиратын белеп үҫкән ауыл ҡыҙы аптырап ҡалмай. Дәртләнеп эшкә тотона. Йорттоң эсен-тышын ағартып, бер сама тәртипкә индерә. Унан махсус өҫтәлдәр, тартмалар йүнләй. Кәрәкле дарыуҙар килтереү хәстәрен күрә.
Аптека эшләй башлауға сәйетбабалар ғына түгел, күрше-тирәләге тиҫтәләгән ауыл халҡы ла ҡыуанып бөтә алмай. Дарыуҙарҙы нисек ҡулланырға кәрәклеге хаҡында асыҡ кәңәштәрен биргән ипле һүҙле, мөләйем ҡыҙҙы барыһы ла үҙ итә.
Тырыш хеҙмәте менән хөрмәт яулай Тутыя Мотаһир ҡыҙы Ильясова. Халыҡтан дарыу үләндәре йыйыу буйынса районда йыш ҡына беренсе урынды яулай ул, “РСФСР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Ул саҡтарҙан бирле илле йылға яҡын ваҡыт үткән. Сәйетбаба егете Кәбир Мәүлетҡолов менән өс бала тәрбиәләп үҫтерә улар. Ҡыҙҙары Луиза менән Сулпан да медицина юлын һайлай.
Уңған ҡатынды ауыл халҡы яратып “Беҙҙең Тутыя” тип кенә йөрөтә.
В. ҠАРАНОВ.
Ғафури районы.


Вернуться назад