Һөйөнсө: салауаттар килә!24.02.2016
Йылдың ошо миҙгелендә Өфө сәхнәләрен республиканың башҡа ҡалаларынан килгән театр тамашалары балҡытыуы күркәм йолаға әүерелгән. Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары 25-26 февралдә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында сығыш яһаясаҡ.

Өфө тамашасыһы “Эх, Өфө ҡыҙҙары!” (И. Абдуллин), “Әлдермештән Әлмәндәр” (Т. Миңнуллин) спектаклдәрен ҡарап кинәнһә, көндөҙ уҡыусылар һәм студенттар өсөн “Game over. Уйын бөттө” (З. Сөләймәнов) социаль драмаһы күрһәтеләсәк. Һуңғыһы йәштәргә наркотик ҡулланыуҙың аяныслы һөҙөмтәһе хаҡында бәйән итә.
– Республиканың баш ҡалаһындағы гастролдәребеҙҙе ҙур һынау итеп тоябыҙ. Тамашасыға иң уңышлы спектаклдәребеҙҙе алып киләбеҙ, – тине матбуғат конференцияһында Салауат театрының директор вазифаһын башҡарыусы Илдар Маннапов.
Ә театрҙың художество етәксеһе Рөстәм Фазылов ижади эшмәкәрлектәре, үҫтереләсәк йүнәлештәр хаҡында бәйән итте. Ул шулай уҡ әле Мостай Кәримдең “Ауыл адвокаттары” повесы буйынса “Ерҙәштәр” әҫәрен әҙерләүҙәрен, март айында Өфөнөң “Нур” татар драма театры сәхнәһенә “Гөлкәйҙең бәхете” спектакле менән киләсәктәрен белдерҙе.


Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА, Д. ҒИЛМАНОВ,
Ш. ҒӘБИТОВ әҙерләне.


Вернуться назад