Комбригтың яҡты иҫтәлегенә24.02.2016
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты Башҡортостандың Милли музейында Муса Мортазиндың тыуыуына 125 йыл тулыуға арнап “түңәрәк өҫтәл” үткәрҙе. Шәхестең исемен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр менән дәүләт, йәмәғәт һәм фән эшмәкәрҙәре сығыш яһаны.

– Муса Мортазиндың юбилейына арналған ҙур сараларҙың тәүгеһе был. Башланғыс Башҡортостандың башҡа урындарына ла таралһын ине, – тине мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, комбригтың милли автономия булдырыуҙағы эшмәкәрлеген баһалап.
Шәхестең башҡорт халҡы тарихындағы әһәмиәте билдәләнде, юбилей йылына маҡсаттар барланды. Был йәһәттән Башҡорт милли хәрәкәтенең әүҙем эшмәкәре Муса Мортазинға бағышлап фильм төшөрөргә, китап сығарырға, тыуған ауылында һәйкәл ҡуйырға, 1921-1922 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан Башҡорт үҙәк башҡарма комитетының бинаһына таҡтаташ элергә тәҡдим ителде.


Вернуться назад