Сауҙа тармағы уңышҡа өлгәште24.02.2016
Былтыр Башҡортостан халҡы ваҡлап һатыу селтәренән 784,5 миллиард һумдан ашыу хаҡҡа тауар алған.

Был күрһәткес буйынса республикабыҙ илдә — һигеҙенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урынды яулаған. Шулай ҙа, уңыштарға ҡарамаҫтан, былтыр ҡулланыу күләменең ярайһы уҡ түбәнәйеүе күҙәтелгән. Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, халыҡтың реаль килеме 5 процентҡа түбәнәйгән. 2015 йылда автомобиль, аудио-видеотехника, компьютер, аяҡ кейеме, йорт йыһазы кеүек тауарҙарға һорауҙың кәмеүе билдәләнгән. Аҙыҡ-түлеккә килгәндә, балыҡ ризыҡтары, ит консервалары, он һатып алыусылар һирәгәйгән.


Вернуться назад