Һоҡланам, өлгө алам23.02.2016
Инсафлы һәм тәрбиәлеләрҙе һәр кем ярата. Ундайҙар, ғәҙәттә, матур һөйләшә, әңгәмәсеһен тыныс ҡына тыңлай, һәр эшен теүәл, еренә еткереп башҡара.

Әхирәтем Алина тап шундай сифат­тарға эйә. Мин уға һоҡланам, дуҫымдан өлгө алам.
Алинаның ҡустыһы һәм һеңлеһе бар. Атаһы менән әсәһе көноҙоно эштә булғанлыҡтан, туғандарын ҡарау бурысы әхирәтемә йөкмәтелгән. Бәләкәстәр көтмәгәндә эш боҙоп ҡуйһа, апайҙары тауыш күтәрмәй, сабыр ғына аңлата. Кескәйҙәр уны шунда уҡ тыңлай, әйткәндәрен үтәй.
Алина шул уҡ ваҡытта дәрестәргә ныҡлы әҙерләнергә лә, тиҫтерҙәре менән аралашырға ла ваҡыт таба. Аҡыллы кәңәшсе лә ул. Шул тиклем күп белеүенә ғәжәпләнәм дә, һоҡланам да. Ысын дуҫ нәҡ Алина кеүек булырға тейештер.

Зилиә ҒӘНИЕВА.
Краснокама районы

Һаҡсы
Ял көнө күрше Йосоп ауылында йәшәгән өләсәйемдәргә ҡунаҡҡа барҙым. Ул тауыҡ йомортҡаларын йыйырға сығарҙы. Кәрзин алып, кетәккә йүнәлдем.

“Һә” тигәнсә йомортҡаларҙы йыйып алып, өйгә табан йүнәлдем. Көтмәгәндә арттан кемдер килеп “типте”. Тертләп, боролоп ҡараным. Ҡанаттарын йәйгән ғорур ҡиәфәтле әтәс миңә һөжүм яһарға әҙерләнә!
Ҡысҡыра-ҡысҡыра өйгә табан атылдым. Әммә инеп өлгөрә алманым, яуыз әтәс ишек төбөндә ҡыуып етте. Ярай әле, ярҙамға өләсәйем сығып өлгөрҙө.
Яуызмы икән ул? Түгелдер. Йомортҡа­ларҙы һаҡларға тырышҡандыр.

Илназ МИҢНУЛЛИН.
Яңы Бөртөк ауылы.


Дебет шәл
ҡайҙан килгән?


Әкиәт
Борон-борон заманда урманда йәшәгән, ти, Кәзә менән Ҡуян. Үҙ-ара дуҫ булғандар, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөгәндәр, хатта бер ағасты кимергәндәр.
Ҡуяндың мамығы, матур булһа ла, һалҡын ҡыштарҙа йылытмай икән. Ә Кәзәнең дебете ҡуйы, ти. Шуға ла ул Ҡуян кеүек сабып йөрөмәй, ә ҡайыр кимереп ята икән.
Бер саҡ һунарсы Кәзәне бик оҡшатып, өйөнә алып ҡайтып киткән. Әбейе дебеттән йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләп һөйөндөрә башлаған. Тик Кәзә урманда яңғыҙ ҡалған дуҫын һағынып, бик ныҡ бойоға икән.
Быны һиҙеп, һунарсы Ҡуянды табып алып ҡайтҡан. Һағынышып осрашҡан дуҫтар бик күңелле йәшәй башлаған. Әбей мамыҡтан да бейәләй-шәл бәйләп ҡараған, ләкин уныһы дебеттән хөртөрәк икән. Үҙе ҡыҫҡа, ҡойола, бер миҙгелгә генә түҙә... “Бер ҡышҡа ҡуян тиреһе лә сыҙаған” тигән әйтем шул ваҡыттан ҡалған икән.
Ә Кәзәнән данлыҡлы Ейәнсура шәлдәрен биргән тоҡом таралып киткән, ти.

Ғайсар ҠАНСУРИН.

Ейәнсура районы,
Байыш ауылы.


Вернуться назад