Минең олатай – батыр23.02.2016
Сылтыр-сылтыр, әйтерһең дә,
Шишмәләр йырлап аға.
Олатайым миҙалдарын
Бөгөн түшенә таға.

Миҙалдары бик күп уның –
Һуғышта батыр булған.
Унан ҡайтҡас, иген иккән –
Юҡтыр һис ундай уңған.

Икәү урамдан атлайбыҙ,
Миҙалдар йырлап килә.
Олатайым бар тирәне
Ҡояштай нурлап килә.


Вернуться назад