Бынан бер нисә йыл элек Мария Казакова БДУ-ның филология факультетын тамамлаған, Интернет аша Америкала йәшәүсе Марк исемле егет менән танышҡан. Йәштәр шунда уҡ бер-береһен оҡшатҡан. Шуғалыр ҙа Марк Өфөгә ҡунаҡҡа килергә теләк белдергән. Ҡыҙ егеткә баш ҡалабыҙҙың иң матур урындарын күрһәткән, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәгән.
Башҡортостан сит ил ҡунағына бик оҡшаған. Айырыуса ихлас, мөләйем халҡы һоҡландырған уны. Марк, ҡыҙҙың әсәһенән фатиха алып, ошо килгәнендә үк Машаны Америкаға алып китергә ҡарар итә.
Мария, Башҡортостанды һағынһа ла, тормошонан ҡәнәғәт. “Американдар бик алсаҡ, иғтибарлы, мул тормошта йәшәй. Тик, аңлашып йәшәһәк тә, тыуған яғымды, сәйнүктә ҡайнаған мәтрүшкәле сәйҙе, ҡаҙанда бешкән итле һурпаны һағындыра. Донъяла тыуған ереңдән матурыраҡ ер юҡтыр. Һәр яҙ урмандағы тәүге сәскәләрҙе күрге килә. Тик яҙмыштан уҙмыш юҡ…” – ти йәш ҡатын.
Былтыр йәй ике балаһы менән ғаилә йәнә Башҡортостанға ҡунаҡҡа ҡайтты. Марк һап-һары булып ултырған көнбағыш баҫыуҙарына һоҡланып бөтә алманы. Машаға тыуған яғына йышыраҡ ҡайтырға насип булһын.
В. Ғәләүетдинова.
Ишембай районы,
Яңы Әптек ауылы.