“Тырышһаң, барыһын да булдырырһың!”23.02.2016
Уҡыуы ла, тәртибе лә хөртәйеп китте Ғайсарҙың. Уҡытыусылар ғына түгел, әсәһе лә йыш дәғүә белдерә башланы.
– Ни ҡустыңды ҡарашмайһың, ни мәктәптән яҡшы һүҙ ишетелгәне юҡ... – тине Сара апай. – Их, атайың тиҙерәк ҡайтһын ине...
Эйе, ғаилә башлығы өйҙә бик һирәк була. Себерҙә эшләй ул. “Саҡ ҡына түҙегеҙ, башҡа бармаясаҡмын. Ауылда үҙ эшемде асам”, – ти ҙә ул.
...Бөгөн дә “икеле” эләктерҙе Ғайсар. Класс етәксеһенән бының өсөн йәнә тиргәлде.
– Өйгә эште эшләп өлгөрмәнем, – тип аҡланырға тырышты Ғайсар.
– Бәлки, класташ малайҙарың менән хоккейға йөрөрһөң? – тип тәҡдим итте уҡытыусы. – Күреп торорһоң: дәрес әҙерләргә лә, башҡаһына ла өлгөрә башлаясаҡһың.
– Юҡ... – тип мыҫҡыллы йылмайҙы малай. – Улар бит уйнай белмәй. Ярыштан еңелеп ҡайттылар. Оятҡа ҡалып йөрөмәм инде...
Бер көндө малайҙың атаһы ҡайтып төштө.
– Башҡа ҡырға йөрөмәйем, – тип шатланып белдерҙе ул. – Ғайсар, һин бер-ике йыл элек каратэ түңәрәгенә йөрөргә теләй инең. Шатлан: хыялың тормошҡа ашасаҡ. Мин, элекке спортсы булараҡ, клубтың спорт залында күнекмәләр уҙғара башлаясаҡмын. Барыһы ла һөйләшелде.
– Ур-ра! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Ғайсар. – Әлбиттә, йөрөйәсәкмен, атай! Көслө буласаҡмын. Ҡайһы берәүҙәр кеүек сәкән һуҡҡансы...
Атаһы, ысынлап та, спорт залында ауыл балаларын, өлкәндәрҙе каратэ үҙенсәлек­тәренә өйрәтә башланы. Тырышып шөғөлләнде Ғайсар. Әммә, нисек кенә теләмәһен, башҡаларҙы тиҙ генә хайран ҡалдыра алманы. Арый, хәлдән тая... Ә хоккейға йөрөгән класташтары, киреһенсә, хәрәкәттәрҙе йәһәт кенә отоп ала.
– Күрҙеңме, улым, спорт менән шөғөлләнгән кеше һәр яҡлап та көслө була, барыһына ла тиҙ өйрәнә, – тип тыныс ҡына аңлатты атаһы. – Шулай ҙа һин бирешергә тейеш түгел. Тырышһаң, барыһын да булдырырһың. Мин һиңә ышанам.
Атайҙың өмөтөн аҡламау мөмкин түгел! Ғайсар тағы ла ныҡышыбыраҡ шөғөлләнә башланы. Бер ыңғайҙан уҡыуы ла һиҙелерлек алға китте. Ә бер көн малай физкультура уҡытыусыһының ишеген шаҡыны:
– Мине хоккейға алмаҫһығыҙмы икән?


Вернуться назад