Бәхетебеҙ – Ватаныбыҙҙа23.02.2016
Бәхетебеҙ – Ватаныбыҙҙа “Минең Ватаным был –
Тәрән тамырым.
Бәхетемде ситтә түгел,
Һиндә табырмын!”

Ошондай матур йыр менән ҡаршыланылар беҙҙе Иглин ҡасабаһындағы 1-се балалар баҡсаһында. Ҙур байрамға йыйылған кескәйҙәр Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләй.


Кисәне ҡарарға атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр ҙә килгән. Хәрби кейемдәге кескәйҙәр, көслө зат вәкилдәрен етеп килгән байрам менән тәбрикләп, шиғырҙар һөйләне, йырҙар башҡарҙы, күмәк бейеүгә төштө. Яу яланындағы күренештәрҙе лә сәхнәләштерҙе улар: әсәйҙәрҙең улдарын һуғышҡа оҙатыуы, фронттан хат алғандағы кисерештәр, шәфҡәт туташының яралыларҙы хәстәрләүе, еңеү ҡыуанысы... Ошо күренештәрҙе күңеленән үткәреп, ихлас сағылдырҙы балалар.
Бәхетебеҙ – ВатаныбыҙҙаТамашаны “Еңеү көнө”, Ватанға арналған йырҙар менән тамамлап ҡуйҙылар. Аҙаҡ етеҙлекте, көстө һынау уйындарында дәррәү ҡатнаштылар. Өлкәндәр рәхмәт әйтеп, ҡәнәғәт булып хушлашты.
– Байрам алдынан бындай патриотик саралар барлыҡ балалар баҡсаларында ла үткәрелде, – тине район хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Шамил Ғабдуллин. – Мәктәптәрҙә иһә һуғыш ветерандары, хәрбиҙәр менән осрашыуҙар ойошторолдо. Уҡыусылар шулай уҡ музейҙарға сәйәхәт ҡылды, ҡаһармандарҙың һәйкәленә сәскә һалды. Ғөмүмән, йәш быуын вәкилдәрен тарихыбыҙға ихтирамлы, илһөйәр итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Ата-әсә лә был маҡсатта ярҙамынан айырмай.
Бәхетебеҙ – ВатаныбыҙҙаӘйткәндәй, 1-се балалар баҡсаһы – Иглиндағы тәүге кескәйҙәр учреждениеһы. Ҙур тарихы булған тәрбиә усағы 300-гә яҡын сабыйҙы һыйындырған. Мәғариф идаралығында әйтеүҙәренсә, ҡасабала балалар баҡсаһында урын етмәү мәсьәләһе хәл ителгән тиергә лә була. Тиҙҙән, март башында, йәнә бер кескәйҙәр учреждениеһы сафҡа инәсәк.


Вернуться назад