Тыныс килһен көндәрең23.02.2016
Башҡортостан, тыуған илем,
Гүзәл һинең ерҙәрең.
Бөгөнгөләй тыныс булһын
Алда килер көндәрең.

Гел дә берҙәм булайыҡ беҙ,
Донъялар имен торһон.
Барса милләт татыулыҡта
Йәшәр ояһын ҡорһон.

Ильвира ҠОТЛӘХМӘТОВА.
Архангел районы,
Тирәкле ауылы.


Тәтәй уйнап ултырмаҫ

Бәләкәй ҡустымды әйтәм –
Бер минут та тик тормаҫ,
Тыныс ҡына бер мөйөштә
Тәтәй уйнап ултырмаҫ.

Бер ҡараһаң, әле бында,
Бер ҡараһаң – тегендә.
Үрмәләргә ағас ҡына
Үҫмәй өйҙөң түрендә.

Барыбыҙҙан да уҙҙыра –
Бигерәк шаян, бигерәк шуҡ.
Ул тәм-том ашай икән,
Беҙҙең тамағыбыҙ туҡ.

Уйынсыҡ машиналарҙы
Шундуҡ запчасҡа бүлә.
Өйөбөҙҙөң түр яғы –
Йүнәтеү өсөн бүлмә.

Динара ХӘЛИЛОВА.

Ғафури районы



Минең менән ғорурланһындар

“Тыуған илгә кәрәкле кеше булып үҫергә тейешһең”, – тип өйрәтә гел атай-әсәйем. Уларҙың һүҙен тоторға ынтылам.
Хыялдарым күп. Берсә табип булып, кешеләрҙең һаулығын хәстәрләргә теләһәм, ҡайһы саҡта үҙ эшемде асыу тураһында хыялланам. Һуңғы ваҡытта полиция хеҙмәткәре булыу тураһында уйлай башланым. Бәләгә тарығандарҙы ҡотҡарып, ауырлыҡтан ҡурсалап йәшәү шәптер ул! Ә иң мөһиме шул: атай-әсәйем, туғандарым, дуҫтарым минең менән һәр саҡ ғорурланһын ине.

И. МОРАТОВ.
Хәйбулла районы,
Аҡъяр ауылы.


Бәйгеләрҙән ҡалмам

Ир-егеттең тоғро дуҫы
Ат икәнен беләмен.
Олатайҙың Туратында
Бер аҙ йөрөп әйләнәм.

Ҡурҡырға һис ярамай –
Ат кешене тапамай.
Ҙурайғас, ҡатнашырмын
Бәйгеләрҙән һис ҡалмай.

Илнур ВӘЛИЕВ.
Белорет ҡалаһы


Вернуться назад