Атайһыҙ үҫкән23.02.2016
Ике туған олатайым Сәфәр ауылында донъяға килгән. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланып ике йыл үткәс I класҡа уҡырға барған, билдәле булыуынса, был осорҙа ауырлыҡтар күп булған – аслыҡ, хәйерселек, яланғаслыҡ.

Улар партаһыҙ һәм өҫтәлһеҙ иҫке мәсеттә белем эстәгән. Яҙырға ҡәләм дә булмаған саҡ. Мөғәллим нимә бирә, шуның менән сыймаҡлағандар, ә эстәрендә “бүре олоған”.
Әкрәм олатайымдың әсәһе Гөлйыһан өләсәй таң менән балаларына икмәк бешергән дә ашамлыҡты төш еткәс кенә ашарға ҡушҡан. Ә малай һәм ҡыҙҙар тиҙерәк төш яҡынлашыуын белер өсөн сиратлап өләсәләренә йөрөгән. Тәүҙә – Нияз ағаһы, һуңынан – Әкрәм үҙе, күпмелер ваҡыттан һуң һеңлеләре Роза ашыҡҡан.
Олатайым әсәһенең бөтә эштәргә лә өлгөрә алыуына аптыраған. Өйөндә лә мәшәҡәт күп, колхоз йөгөн дә тартырға кәрәк. Әсәләренең нимә менән туҡланыуы тураһында ла ҡыҙыҡһынған ул.
– Һин бөгөн нимә ашаның? – тип һораған.
– Юҡ, улым, ас түгелмен, япраҡ ашап туйындым, – тип яуап биргән яҡыны.
Ҡартәсәйенә лә күп нужа күрергә тура килгән. Һуғыштың тәүге көндәренән үк ире фронтҡа ашыҡҡан. Уның артынан улы киткән. Сабур батыр яугир булған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған. Туғандар ҡәберлегендә ерләнгән, тиҙәр.
– “Ҡара ҡағыҙ” алған бисә-сәсә ҡосаҡлашып илашты, бер-береһен йыуатты, – тип дауам итә һүҙен олатайым. – Ә мәхшәрҙән иҫән-һау ҡайтҡан һалдаттарҙы бергәләп ҡаршылау шул тиклем шатлыҡлы ине. Атайымды ҙур түҙемһеҙлек менән көттөк, ләкин ҡәҙерлебеҙ яу яланында башын һалды. Атайһыҙ үҫәсәгебеҙҙе аңлап, быны бик ауыр кисерҙек.

Алина ӘХМӘТЙӘНОВА,
философия фәндәре кандидаты.








Вернуться назад