Үҫмер көйө трактор “ауыҙлыҡлаған”23.02.2016
Үҫмер көйө трактор “ауыҙлыҡлаған” Яңғыҙҡайын ауылы элек-электән алдынғы механизаторҙары менән дан тотто. Бында заманында МТС булыуы ла булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр. Ошонда хеҙмәт сынығыуы үткәндәр һуңғараҡ Ленин исемендәге колхоздың төп көсөн тәшкил итте.

Күмәк балалы ғаиләлә үҫкән Хөснулла Вәлишин эшкә иртә егелә. Ун биш йәшендә тракторға ултыра, тәжрибәле ағайҙары уны эшкә өйрәтә. Үҙе лә бик тырыш, әрһеҙ була. Ололарҙың һәр әйткәнен генә түгел, ым-ишараһын да күңеленә һеңдерә бара. Башта шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү звеноһында тир түгә.
Илебеҙ етәксеһе Никита Хрущев булған осорҙа кукуруз ауыл хужалығының “батша”һына әүерелә. Был культураны үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бирелә. Булдыҡлы, үҙен һәр йәһәттән дә ыңғай яҡтан күрһәтеүселәргә генә кукуруз үҫтереүҙе ышанып тапшыралар. Вәлишин, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, хужалыҡ етәкселегенең күңелен яулап өлгөрә, ышанысын аҡлай. Кукуруздың һәр гектарынан 400 – 500 центнер йәшел масса алыуға өлгәшеп, район буйынса алдынғылар рәтенә сыға.
Заманында уның фоторәсеме почет таҡтаһынан төшмәй. Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә лә барып ҡайта. Ә 1977 йылда иһә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне өсөн орден менән бүләкләнә. Был бүләкте ҡәҙерләп һаҡлай хеҙмәт ветераны. Бынан тыш, ул төрлө миҙалдар, Маҡтау грамоталары менән дә наградлана.
Бәләкәйҙән хеҙмәттә сынығып үҫкән Вәлишин – ғаиләһендә лә күптәргә өлгө. Игенйылға ауылы ҡыҙы Винера Рәшит ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, бер ул, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр, уларҙың барыһына ла махсус урта һәм юғары белем алырға ярҙам итәләр. Йәмәғәте почтальон булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Балалары бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, ата-әсәләренә ҡайтып ярҙам итешеп тора.
– Ғүмер буйы тракторҙа һелкенеп йөрөү үҙенекен итә, быуындар һыҙлай, атларға ирек бирмәй. Шулай ҙа бирешергә иҫәп юҡ, балаларға ҡулдан килгәнсә ярҙам итеп, улар менән бергә-бергә йәшәйбеҙ. Минең ун биш йәштән техникала эшләй башлауыма бөгөнгө йәштәр ышанып та етмәй. Уларға теләгем шул: эштән ҡурҡмаһындар, – ти хеҙмәт ветераны.
Бөгөн Хөснулла Кәшфулла улы кеүек техниканы биш бармағылай, ер эшенең үҙенсәлектәрен агроном һымаҡ белгән механизаторҙар күберәк булһа ине.






Вернуться назад