“Освобождение” фильмында төшкән яҡташыбыҙ23.02.2016
 “Освобождение” фильмында  төшкән яҡташыбыҙ Совет осорондағы “Битва за Москву”, “Вечный зов”, “Освобождение”, “Война и мир”, “17 мгновений весны”, “Тени исчезают в полдень”, “Щит и меч”, “Блокада”, “Противостояние”, “Батальоны просят огня” һәм башҡа хәрби сериалдарҙы кем генә яратып ҡарамай икән?

Ә бына Балтас районының Көнтүгеш ауылында тыуып үҫкән, әле Иҫке Балтас ауылында ғүмер кисергән Данис Саҙретдиновҡа хәрби хеҙмәтен үткәндә Юрий Озеровтың “Освобождение” тигән киноһын төшөрөүҙә ҡатнашырға тура килгәнен күптәр белмәйҙер әле.
1965 йылдың октябрендә армияға алына ул. Украинала хеҙмәт итә. Ун бер ай Остёр ҡалаһында танк механик-водителенә уҡый. Уны тамамлағас, рота командиры Саҙретдиновты саҡыртып ала ла былай ти:
– Һине Киевҡа ебәрәйекме, әллә Харьковҡамы? Һайла!
 “Освобождение” фильмында  төшкән яҡташыбыҙКиевта – техник яҡтан механиктар әҙерләй торған, ә Харьковта танк ғәскәрҙәре өсөн гвардия училищеһына эләгеү бәхете көтә. Егет Харьковты һайлай.
...Ғүмерендә матур иҫтәлектәр ҡалдырған миҙгелде әле лә йылы итеп иҫкә ала Данис Ғәфүр улы. Шул саҡта 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының хәл иткес алыштарын һүрәтләгән, биш фильмдан торған героик хроника – Юрий Озеровтың “Освобождение” тигән киноэпопеяһы төшөрөлә. Картиналарҙа урын алған тарихта иң ҙур танктар һуғышы барған Курск дуғаһындағы алыш, Днепрҙы кисеү ваҡиғаларын төшөрөүгә ауылдашым хеҙмәт иткән училищеның “Т-34” танктары ла ебәрелә. Август–октябрь айҙарында Киевҡа етәрәк бер нисә километрҙа биш ауыл уртаһындағы майҙанда урынлаштырылған лагерҙа палаткаларҙа йәшәп, фильмды төшөрөүҙә ҡатнашалар.
–Танктар һуғышы эпизодында совет һалдаттарын үҙебеҙҙең танкта уйнаныҡ, ә немец техникаһын Симферополдән килтерелгән “Т-34”-те тышҡы яҡтан төҫтәрен үҙгәртеп, ҡалай менән тышлап, фашист билдәләре ҡуйып әҙерләнеләр. Яңы дуҫтар табыу менән дә ҡыҙыҡлы, иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларға бай булды был айҙар. Кинофильм төшөрөү серҙәрен күреп таралыштыҡ, – тип хәтерендә яңырта ул мәлде бөгөн һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлаған Данис Ғәфүр улы.






Вернуться назад