Хоҙай көслө бәндәһенә һынауҙы күберәк бирә23.02.2016
Хоҙай көслө бәндәһенә  һынауҙы күберәк бирә Тәү ҡарашҡа ул башҡаларҙан айырылып тормаған кеүек тә: гөрләтеп донъя көтә, балалар үҫтерә, өс улына йорт һала, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә. Әммә тормошонда булған бер фажиғә һәр көн тиерлек үҙен һиҙҙертеп ҡуя. Үтәгән ауылында йәшәгән Вәкил Әбүбәкеров 36 йәшендә генә эш ваҡытында аңғармаҫтан ҡазаға тарып, бер ҡулын юғалтҡан...

“Амангилде” совхозының гөрләп эшләгән сағы. Ҡыш. Малдарға аҙыҡ төрләндереү өсөн ем ваҡлағысҡа бара ул. Станок эшләп торған ваҡытта өҫтөндәге ҡарҙы ҡулы менән һыпыра башлай, аңғармаҫтан бейәләйе таҫмаға эләгеп, ҡулын өйөрөлтөп алып китә. Тәүҙә эштең айышына төшөнмәгән Вәкил Закир улы үҙенсә аҙаплана, ахырыһы, хәлдең насарлана барыуын күреп, ярҙамға кеше саҡыра. Иптәштәре ҡасан килеп еткәнсе, ярты ҡулы һәлберәп ҡала...
Иҫенә килгәс, Вәкил һул ҡулының беләктән генә булыуына төшөнә. “Һыңар ҡул менән нисек йәшәргә? Ғаиләне нисек ҡарарға? Малайҙарҙың күҙенә нисек күренергә?” — тигән мең төрлө уй сыуала башында. Ярай әле ҡатыны Мәрхәбә Рәхмәт ҡыҙы иренә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә, ауырлыҡ алдында юғалып ҡалмаҫҡа өндәй, улдарының да аталарының тиҙерәк һауығып сығыуын теләүен әйтә. Тәүҙәрәк тормоштан бер аҙ ваз кискән ир үҙендә рух көсө табып, артабан да матур итеп, гөрләтеп донъя көтөргә һүҙ бирә.
Һыңар ҡул менән ҡайтҡас, уға барыһын да яңынан башларға тура килә. Ауыр була, тән ауыртыуына йән ғазабы ла өҫтәлә. Етмәһә, йәлләп ҡараусылар күбәйә. Түҙемлектең сигенә сығып, ҡулына рюмка алған ваҡыттары ла булғылай Вәкилдең. Әммә ҡатынының, бер-бер артлы үҫеп килгән улдарының ышанысы һәм ярҙамы менән ул барыһын да еңеп сыға. Тиҙҙән Өфөгә барып, протез ҡуйҙырып ҡайта, хатта күптәр егеттең сулаҡ икәнен һиҙмәй башлай. Ҡабаттан совхоз эшенә күмелә, йортон нығыта, күпләп мал аҫрай. Кешеләргә бура бурай, трактор менән бесәнен саба, машина йөрөтә.
— Һәр эшкә тотонғанында эргәһен­дә үҙем булам, — ти хужабикә. — Бүрәнә күтәрһә, бер осон тотошам, утын ярһа, әҙерен өйөп барам. Бер ваҡытта ла “мин зәғиф” тип тик ултырманы, ғөмүмән, улдарым, күрше-күлән, туғандар ҙа уның ауыртҡан еренә бер ваҡытта ла теймәне. Шуға күрә Вәкил үҙен кәм күрмәй, тормошта ҡайнап йәшәй. Өс улыбыҙға ла йорт һалып, уларҙы башҡа сығарҙыҡ, әле 10 ейән-ейәнсәр менән мәж киләбеҙ.
Аллаһ Тәғәлә көслө бәндәләренә һынауҙы күберәк бирә, тиҙәр. Ысынлап та, Вәкил Әбүбәкеров яҙмышына төшкән ауырлыҡтарҙы лайыҡлы үтә һәм шуның менән бәхетле ул. Эш мәлендә ҡазаға тарыһа ла, ни өсөндөр дәүләттән ярҙам талап итеп тә йөрөмәй.




Вернуться назад