Йыр урғыла икән, тимәк, ул йәшәй23.02.2016
Йыр урғыла икән, тимәк, ул йәшәй ...Шул тиклем дә күңелдәргә үтеп ингән, тәндәрҙе семетеп, йөрәк ҡылдарын сиртеп, берсә һағышландырған, берсә ҡыуандырған моңло йыр булыр икән! Ҡайһы осраҡта “Уны кем ижад иткән?” тип уйлап та ҡуяһың. Ә инде көй ауыл ерендә йәшәгән үҙешмәкәр композитор Вилүр Мәүлетовтыҡы икәнен белгәс, ябай моң эйәһенең талантына һоҡланаһың.

Күгиҙел ауылында ғүмер иткән Вилүр Шакир­йән улының халыҡсан йыр­ҙарын олоһо ла, кесеһе лә берҙәй ярата. Һуңғы ва­ҡытта уның ижад емеш­тәрен төрлө йырсылар башҡа­рыуында радио аша ла йыш ишетергә мөмкин. Үҙенсәлекле моң эйәһенең йырҙары Рәфис менән Алмас Сирусиндар, Альберт Салауатов, Сөмбөл Юлбахтина, Марсель Ҡотоев, Рауил Харрасов, Розалия Иҙелбаева, Фәнис Сирбаевтарҙың репертуарында күптән инде ныҡлы урын алған.
Вилүр Мәүлетов оҙаҡ йылдар Күгиҙел һәм Билал мәктәптәрендә музыканан уҡыта, “Күгиҙел” фольклор һәм вокаль-инструменталь ансамблен ойоштороусы һәм етәксе була. Балалар менән яҡындан аралашыуы, улар өсөн йырҙарҙың аҙлығы композиторҙы күберәк тап кескәйҙәр бшҡарырлыҡ әҫәрҙәр яҙыуға этәрә лә инде. Бәләкәстәр өсөн ижад итеү еңелдән түгел, сөнки сабый күңелен алдап булмай: ул йырҙы йә ҡабул итә, йә оҡшатмай. Бигерәк тә Абдулхаҡ Игебаев, Кәтибә Кинйәбулатова, Зәйнәб Биишева, Гөлфиә Юнысова шиғырҙарына ижад ителгән йырҙары күп Вилүр ағайҙың. Уларҙың барыһын да уҡыусылары яратып башҡара.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, Вилүр Мәүлетов баянда өҙҙөрөп уйнай, балаларҙы ҡурай тартырға һәм ҡумыҙ сиртергә лә өйрәтә. Район үҙәгенән ситтә ятҡан Күгиҙел ауылы үҙе бер моң бишеген хәтерләтә. Һәләтле балаларҙы табып, уларҙы артабан үҫтереп, төрлө бәйгеләргә алып барыу ҙа, район күләмендә үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу ҙа ят түгел геройым өсөн.
Ауылда йәшәп һәм эшләп 200-ҙән ашыу йыр ижад иткән, күпме йәш кешене сәхнәгә алып сыҡҡан, бихисап йырсы тәрбиәләгән композитор һәм педагогтың һоҡланғыс ғаилә башлығы икәнен дә өҫтәһәк, ижадҡа нисек ваҡыт таба тип аптырап та ҡалаһың.
— Күңелдә моң тыуып, йыр урғыла икән, тимәк, мин йәшәйем, – тип яуап­ланы Вилүр Шакирйән улы. — Тормошом матур, ғаиләм татыу, балаларым уңған булып та йырһыҙ йәшәһәм, үҙемде ҡанатһыҙ тойор инем. Йыр ҡанатландыра, йәшәтә һәм илһамлан­дыра. Мине һәр саҡ аңлаған, ижадыма илһам биргән, тәүге тәнҡитсем дә, тыңлаусым да булған ҡатыным Зифа Шаһап ҡыҙына мең рәхмәтлемен.
Әле хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫ­тан, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты, Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре, үҙешмәкәр композитор, виртуоз баянсы, бер нисә йыр китабы авторы Вилүр Мәүлетовтың ҡулынан баяны төшмәй. Тимәк, йыр һөйөүселәр уның йыр-моңон йәнә ишетәсәк әле.





Вернуться назад