Иллеләге — ил ағаһы, тиҙәр. Фәнзилгә
50 йәш тула тигәс, 40 йыл элек булған ваҡиғаларҙы бер-бер артлы күҙ алдымдан үткәрҙем. Үрге Йәркәйҙәге 1-се урта мәктәпкә уҡытырға килгәс, иң артҡы парталағы ҡаҡса ғына малай иғтибарымды йәлеп итте. Бер минут та тик ултыра белмәй, орсоҡтай өйрөлә, ә үҙе ара-тирә мине һынаулы ҡарашы менән күҙәтә. Бына шул шаян малайҙың мәктәпте тамамлауына ла 33 йыл була икән. Тәүге сығарылыш булғанғамы, һәр береһенең йөҙө, холоҡ-фиғеле, хатта ниндәй партала ултырыуына тиклем иҫтә ҡалған.
Берәүҙәрен өс тиҫтә йылдан артыҡ ғүмер үтһә лә күргәнем юҡ, икенселәре менән йыш ҡына осрашып, хәл-әхүәл һорашып торабыҙ. Шундай уҡыусыларымдың береһе – Фәнзил Аҡмалов. Беҙ оҙаҡ йылдар бер коллективта йәш быуынға белем һәм тәрбиә бирҙек. Ул туған мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләне. Урта мәктәптән һуң ике лә уйламайынса Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инде.
Бер йылдан һуң хәрби хеҙмәткә саҡырылды. Күп тә үтмәй, беҙ уны һәм класташы Ринат Баязитовты Афғанстанға интернациональ бурысын үтәргә ебәргәндәрен ишеттек. Ҡаты һуғыштарҙы, ут-һыуҙы кисергә тура килә егеттәргә. Фәнзил яу яланынан 18 яралыны алып сығып, батырлығы өсөн орден-миҙалдар менән бүләкләнә. Шул ваҡытта Ҡабулда хеҙмәт иткән класташы менән дә осраша, уларҙың полкы ярҙамға килгән була. Колоннаны оҙатҡан сағында снайпер пуляһынан яраланып, өс көндән Ринаттың ғүмере өҙөлә.
Фәнзил был ваҡиғаны әле лә тыныс ҡына һөйләй алмай, күҙҙәренә йәш килә. 1986 йылдың майында ул иҫән-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайта һәм уҡыуын дауам итә.
Бына 30 йыл инде ул һәр атҡан таңға ҡыуанып, ғүмеренең бер көнөн дә бушҡа сарыф итмәй, булғанына шөкөр итеп донъя көтә. Уның уҡыусылары ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәне, күптәре спортты үҙ итте, уҡытыусы һөнәрен һайлаусылар ҙа байтаҡ.
1987 — 1994 йылдарҙа Иҫке Күктау урта мәктәбендә эшләү дәүерен дә яҡшы хәтирәләр менән иҫкә ала ул.
— Тәжрибә тупланым, кешеләр менән аралашырға, эшкә өйрәндем, — ти. 1994 йылдан хаҡлы ялға киткәнсе Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияла эшләне. Районыбыҙҙан Афған һуғышында ҡатнашҡан берҙән-бер уҡытыусы булғандыр, моғайын, Фәнзил.
Яугиргә төрлө ташламалар вәғәҙә итәләр. Өҫтәүенә бына-бына фатир бирәләр тип йөрөгәндә, донъялар үҙгәреп китә. Дөйөм ятаҡтың бәләкәй генә бер бүлмәһендә ғаиләһе менән көн итеү, дәрескә әҙерләнеү, тинләп йыйған аҡсаларҙың юҡҡа сығыуы... “Артабан нисек йәшәргә, ғаиләне ҡарарға?” тигән һорау борсой уны. Мәктәп уҡытыусыһының хеҙмәт хаҡы менән өй һалыуҙы күҙ алдына ла килтереп булмай, әлбиттә. Әммә һуғыш һынауҙарын үткән Фәнзил юғалып ҡалмай, төрлө юлдар эҙләй. Шәхси хужалыҡтарҙан мал тиреһе йыйып тапшырып, өҫтәмә аҡса эшләй.
Ил терәге — ир, ир терәге — ҡатын, ти халыҡ мәҡәле. Тормош иптәше Рәзилә Закирйән ҡыҙы менән ныҡлап кәңәшләшкәндән һуң, киоск һатып алырға ҡарар итәләр. Рәзилә лә машина йөрөтөргә оҫтарып ала. Артабан күмәртәләп һатыу магазины асырға тәүәккәлләйҙәр.
Бөгөн инде улар тиҫтәгә яҡын кешегә эш урыны булдырып, уңышлы эшмәкәрлек алып барыусы эшҡыуар тип әйтһәм, һис яңылыш булмаҫ. Эйе, бер нәмә лә еңел генә бирелмәй. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй. Тырышһаң, барыһын да булдырып була. Күпме йоҡоһоҙ төндәр, тынғыһыҙ көндәр, меңәрләгән километр юлдар, борсолоу үткәрергә тура килгәнен үҙҙәре генә белә улар.
Аҡмаловтар башҡаларҙан ҡалышмай район күләмендәге барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Байрам ваҡыттарында үҙенең уҡытыусыларын да иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай — концерттарға билет бүләк итеп шатландыра. Тырышлығы һәм маҡсатҡа ынтылыусанлығы, илештәрҙе көнкүреш тауарҙары менән тәьмин итеүе, ҡул аҫтында эшләүселәрҙең көндәлек хеҙмәтен баһалап, ялын оҫта ойоштороуы һөҙөмтәһендә коллективының, район халҡының ихтирамын яуланы Фәнзил.
Эйе, Афғанстанда хеҙмәт иткән егеттәрҙең яҙмышы төрлөсә булды, ә бына Фәнзилдең юбилейын уңыштар менән ҡаршылауына һөйөнөп бөтә алмайым. Барлыҡ уңайлыҡтары булған ҙур, күркәм йорт һалып инде улар. Ғаилә бәхете бер-береңде ихтирам итеүҙән, ауыр саҡтарҙа терәк булыуҙан ҡорола бит. Матур ғүмер кисереп, Аҡмаловтар ике бала үҫтерҙе: оло ҡыҙҙары Алинаға ике юғары белем алырға ярҙам иттеләр, улдары Ленар быйыл урта мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортона инергә әҙерләнә. Атаһы кеүек спортты үҙ итә, район, республика ярыштарында әүҙем ҡатнаша.
Уҡыусымдың бар ғүмере, хеҙмәте минең күҙ алдымда үтте. “Ысын ир-егет ниндәй була?” тип һораһалар: “Фәнзил кеүек”, — тип яуаплар инем, сөнки яуҙа күрһәткән батырлығы ла, игелекле хеҙмәте лә – ысын өлгө.