Үҙен һәр саҡ сафта тоя23.02.2016
Үҙен һәр саҡ сафта тоя Сер түгел: ил эсендә берәй сыуалыш килеп тыуһа, полиция һәм башҡа хеҙмәттәрҙе иҫәпкә алмағанда, иң беренселәрҙән булып һаҡ һәм тәртип булдырыу өсөн Эске эштәр министрлығының Эске ғәскәрҙәре ебәрелә. Террорсылыҡҡа ҡаршы көрәш, аманаттарҙы азат итеү, махсус йөктәрҙе, айырыуса хәүефле енәйәтселәрҙе оҙатып йөрөү – былары ла уларҙың бурысы.

Хәүефле хеҙмәт булыуына ҡара­маҫтан, әрме сафына баҫырға торған күп кенә егеттәр Эске ғәскәр һалдаты булырға хыяллана. Сығышы менән Ауырғазы районы егете Инсаф Дәү­ләткилдин да хәрби комиссариатта ныҡыша-ныҡыша әлеге ғәскәргә хеҙ­мәт итергә юллана. Хәрби бурысын 1995 — 1997 йылдарҙа Ростов өлкә­һен­дә урынлашҡан оператив полк­та үтәй ул.
Һиҙеп тораһығыҙҙыр, был осор Чечен һуғышының ҡыҙған мәле. Инсаф та бер нисә тапҡыр “ҡыҙыу нөктә”гә ебәреүҙәрен һорап рапорт яҙа, әммә часта мөһим бурыс үтәү сәбәпле, ризалыҡ бирмәйҙәр. Бер яҡтан яҙмы­шына күнһә лә, икенсе яҡтан хеҙмәт­тәштәренең унда ятып ҡалыу­ына йөрәге әрнеүҙән туҡтамай уның. Хәйер, ул йылдарҙа хәрби хеҙмәт бер ерҙә лә еңелдән түгел ине шул – әрменең арҡыс-торҡос тарҡала башлаған сағы: бабайлыҡ, аш наҡыҫ­лығы һәм башҡалар…
— 30 кеше киткәйнек, етеһе генә әйләнеп ҡайтты, — тип көрһөнә Инсаф, әрме хәтирәләрен һүтеп. — Ҡалғандар ятып ҡалды...
Тик үкенергә кәрәкме икән, ваҡиға­ларҙың төрлөсә тамамланыуы ла ихтимал бит. Кем белә, Хоҙай ул саҡта был егетте шулай ҡурсалап-аралап та ҡалғандыр. Күрәһең, кәләше Гөлфинур менән Айлина исемле ҡыҙға ғүмер бирергә насип булғандыр.
…Инсафтың хәрби кейемен сис­кән­гә инде егерме йыл булып киле­үенә ҡарамаҫтан, етеҙлеге, сослоғо һәм илһөйәрлеге ике тиҫтә йыл элеккенән бер ҙә ҡайтыш түгел һымаҡ.
— Үҙемде һәр саҡ һалдат һымаҡ тоям, — тип шаярта был йәһәттән.
Шаярыу шаярыу менән, хәрби бурыс үтәү ир-егетте оҙаҡ йылдарға нығыта шул.





Вернуться назад