Тәбиғәттә һалҡын ҡыш хакимлыҡ итә. Ә бына Өфө лимонарийында һәр ваҡыт йылы, бында экзотик үҫемлектәрҙең ҡайһылары хуш еҫле сәскәгә төрөнһә, икенселәрендә емеш өлгөрә. Ошо көндәрҙә папайя йыйһалар, тиҙҙән бананға ла сират етәсәк. Өфөләрҙең уңышы, даны Рәсәйҙә лә билдәле. Күптән түгел Пермь крайының Көңгөр ауыл хужалығы колледжы хеҙмәткәрҙәре бында килеп, уларҙың эш тәжрибәһе менән ҡыҙыҡһынды.
Көңгөрҙә тиҙҙән йыл әйләнәһенә эшләгән теплица файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Ҡунаҡтар үҙҙәрендә үҫтереү өсөн лимон, гуава, ҡәһүә, папайя сыбыҡсаларын да алды.