Башҡорт атлы дивизияһы – Сталинград алышында23.02.2016
Башҡорт атлы дивизияһы –  Сталинград алышында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы илебеҙҙең күп кенә төбәктәрендәге йәмәғәтселек һәм фән даирәһе вәкилдәрен ҡаты алыштарҙа ҡатнашҡан яҡташтарының ҡаһарманлығын тағы ла ентеклерәк өйрәнеүгә этәрҙе.

Республикабыҙҙа жанры буйынса бер-береһенә оҡшамаған ике эш – Радик Ҡоҙаяровтың “Генерал” фильмы һәм Фәрит Вахитовтың “Шайморатов йондоҙо” китабы ошо ваҡиғаға арналды. Тәү ҡарашҡа уларҙың икеһе лә гвардия генерал-майоры Миңлеғәле Шайморатовтың һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының батырлығына арналғандай. Эштәрҙә ҡыҙыҡлы ла, бәхәсле лә мәлдәр байтаҡ. Әммә иң аптыратҡаны шул: фильмда ла, китапта ла Башҡорт кавалерия дивизияһы ингән 8-се кавалерия корпусының Сталинград алышында күрһәткән батыр­лыҡтары ла, әһәмиәте лә урап үтелә. Ә бит был һуғышта шайморатовсыларҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
8-се кавалерия корпусын Сталинград далаларына күсергән осорҙа уның командиры итеп гвардия генерал-майоры М.Д. Борисов (1942 йыл, 26 октябрь), урынбаҫары итеп М.М. Шайморатов (1942 йыл, 11 ноябрь) тәғәйенләнә. Сталинград янында немец-фашист ғәскәрҙәрен ҡамауға алғанда 21-се тау-кавалерия һәм 55-се кавалерия дивизиялары хәрби бурыстарҙы үтәү маҡсатында йыш ҡына башҡа хәрби берләшмәләр ҡарамағына тапшырылған, ә 112-сеһе иһә һәр саҡ кавалерия корпусы ҡарамағында ҡалып, уның нигеҙен тәшкил итер булған.
Ҡыҙыл Армия яугирҙәренең ҡаһарманлыҡ символы – “Сталинград һуғышы” монумент-һәйкәлен төҙөгәндә СССР-ҙың хәрби тарихсылары хәрби берләшмәләрҙең Паулюстың 6-сы армияһын ҡыйратыуға индергән өлөшөн объектив баһалау йәһәтенән ҙур эш башҡара. “Тыуған ил-Әсә саҡыра!” монументының нигеҙенә (төп фундаментҡа) ҡан ҡойғос алышта айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәткән хәрби берләшмәләр командирҙарының исем-шәрифе яҙылған биш гранит плитә ҡуйырға ҡарар ителә.
Монументтың төп статуяһы алдында Волга киңлектәрен кәүҙәләндергән яһалма һыу ятҡылығы бар. Мамай ҡурғанына килеүселәр уны урап үтеп, плитәләр янына килә. Һул яҡтағы икенсеһендә “Һуғыштарҙа П.И. Батовтың, М.Д. Борисовтың, ... ғәскәрҙәре ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтте” тигән һүҙҙәр уйып яҙылған. Сталинград янында дошман ғәскәрҙәрен ҡулсаға алыуҙа ҡатнашҡан өс (3-сө гвардия, 4-се һәм 8-се) кавалерия корпусы араһынан М.Д. Борисов етәкселегендәге 8-се корпус ҡына ошо плитәлә телгә алынған. Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов Борисовтың уң ҡулы булған, кавалерия корпусының хәрби бурыстарын билдәләүҙә, уларҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан.
Уҙған быуаттың 80-се йылдарынан башлап Сталинградты һаҡлаусылар һәйкәле Мамай ҡурғанындағы “Сталинград һуғышы” музей-ҡурсаулығын һәм музей-панораманы үҙ эсенә ала. Халыҡ айырыуса Мамай ҡурғанына күпләп килә. Республикабыҙ ветерандарына ла бында булып, батырҙарҙың исеме яҙылған плитәләрҙе күреү бәхете тейҙе. Тик бер нәмәгә генә ниңәлер берәү ҙә иғтибар итмәне. Ҡаһарманлығы ташта мәңгеләштерелгән 8-се кавалерия корпусына беҙҙең 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ла ингәнлегенә. Шуға күрә Миңлеғәле Шайморатовты айырым операцияларҙың, атап әйткәндә, “Обливская” станцияһын азат итеүҙең уңышһыҙ тамамланыуында ғәйепләргә маташыу дөрөҫ түгел.
Яҡташыбыҙға Тыуған илебеҙҙе немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен биреүҙе юллауға етди нигеҙ бар, тигән фекерҙәмен.



Вернуться назад