Атайҙарға байрам кәрәкме?23.02.2016
Атайҙарға байрам кәрәкме? 8 Март – иң ҙур байрамдарҙың береһе, был бер кемдә лә шик тыуҙырмай. Ошо көндә беҙ ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле әсәйҙәребеҙҙе, апай-һеңлеләребеҙҙе, һөйгәндәребеҙҙе тәбрикләйбеҙ. Ул байрам бала саҡтан аңыбыҙға ғына түгел, ҡаныбыҙға һеңгән. Ә бына ир-атты ҡотлау ғәҙәте 23 февралдә, Ҡораллы Көстәр көнөндә, иҫкә төшә. Ләкин Рәсәйҙә Атайҙар көнө лә барлығын онотоп ебәрәбеҙ шикелле. Ул – 21 июндә.

Был байрам илебеҙҙә әлегә рәсми төҫ алмаған һәм киң билдәле түгел. Сит дәүләттәрҙә иһә, атап әйткәндә, Америкала, Европала, уны тиҫтәләрсә йыл буйы билдәләйҙәр.
Атайҙар көнөнөң тарихы Американың Вашингтон штатына барып тоташа. ХХ быуат башында ошонда йәшәгән Сонора Додд, әсәһе вафат булғас, алты бала тәрбиәләгән атайҙары хөрмәтенә байрам ойошторорға була. Ул атаһына рәхмәтен еткерергә, шулай уҡ бала тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашҡан атайҙарға халыҡтың иғтибарын йүнәлтергә теләй. 1910 йылдың 21 июнендә Вашингтон халҡы байрам ойоштора, аҙаҡ уны башҡа штаттар ҙа билдәләй башлай. Күп тә үтмәй, ул милли байрам төҫөн ала. 1966 йылда, Америка президенты указына ярашлы, Атайҙар көнө рәсми раҫлана.
Бөгөн Атайҙар көнөн 60-тан ашыу ил билдәләй. Беҙҙә, ни сәбәптәндер, был байрамға иғтибар юҡ. Уны Рәсәйҙә 2002 йылдан башлап үткәрһәк тә, рәсми яҡтан раҫланмаған әле.
Үкенескә ҡаршы, атайһыҙ ғаиләләр һирәк күренеш түгел. Заман ҡатын-ҡыҙҙары өсөн был ауырлыҡ тыуҙырмай шикелле, улар хәҙер “тимер ат”ты ла ауыҙлыҡлай, етәксе креслоһында ла ултыра, балаһын да ҡарай... Дөрөҫ, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ барыһын да булдыра, ләкин атайһыҙ ғаилә менән атайлы ғаилә араһында айырма юҡ тигән һүҙ түгел был.
Атайҙар һәм балалар мөнәсәбәте мәсьәләһе һәр ваҡыт бар, унан ҡасып ҡотолоп булмай, сөнки тормошҡа һәр быуындың ҡарашы үҙенсә. Әгәр элегерәк атайҙарҙың балаларға йоғонтоһо көслө булһа, бөгөн иһә уларҙың абруйы ныҡ төштө. Бының сәбәптәре күп, шуларҙан иң беренсе ҡатын-ҡыҙ эмансипацияһын, йәғни уларҙың ирҙәр менән тигеҙ хоҡуҡҡа эйә булыуҙарын атарға кәрәктер. Уның арҡаһында ғаиләнең патриарх ҡоролошо емерелде, ә яңыһы барлыҡҡа килмәне.
Ғаилә өсөн яуаплылыҡты хәҙер ир-ат үҙ иңенә алырға теләмәй, ни тиһәң дә, тиң хоҡуҡлылыҡ иғлан ителгән. Унан бала менән уйнап ултырыу ирҙәр эше түгел, йәнәһе. Ирҙәр күп ваҡытын эштә үткәрә, өйгә ҡайтҡас, башҡаларҙың, бигерәк тә балаһының һорау биреп борсомауын теләй. Һөҙөмтәлә балалар ир-ат иғтибары етмәүен кисерә, уны мәктәп тә тулыландыра алмай – уҡытыусыларҙың күпселеге ҡатын-ҡыҙ бит. Шулай бала атаһын күрмәй, улар араһындағы эмоциональ бәйләнеш юғала, балала өлкәндәргә ҡарата ихтирам тойғоһо кәмей. Ә ул үҫеп еткәс, атай йыш ҡына аптырауға ҡала: ни өсөн уның һүҙе балаға тәьҫир итмәй?
Бындай тәрбиә нигеҙендә тағы ла күп “емеш”тәр ята: малай ир кеше үҙен нисек тоторға тейешлеген белмәй. Ошонан килеп сыға ла инде эгоист үҫмерҙәр. Ҡыҙҙарҙың шәхси тормошондағы бәхетһеҙлектәр ҙә шунан башлана. Улар ир-аттан бер ниндәй ҙә ярҙам көтмәй, тормоштағы барлыҡ ауырлыҡты үҙ иңенә йөкмәй. Шуға күрә баланы тулы ғаиләлә үҫтереү генә аҙ, атайҙың тотҡан “дилбегә”һен аҡса эшләүгә генә ҡайтарып ҡалдырырға ярамай.
Әгәр тиң хоҡуҡлылыҡ тураһында һөйләйбеҙ икән, ир менән ҡатындың рухи йәһәттән ғаиләгә индергән өлөшө лә тиң булырға тейеш. Балалар әсәһенән мәрхәмәтлелек һабаҡтарын ала, наҙ хистәрен күңеленә һеңдерә. Атайҙар иһә уларҙа ихтыяр көсөн тәрбиәләй, көрәшергә һәм еңергә өйрәтә. Әгәр ғаилә тулы түгел икән, ир йә ҡатын балаһын нисек кенә ҡайнар һөймәһен, барыбер бер яҡлы ғына тәрбиә бирә ала. Атай менән әсәй йоғонтоһонда ғына ул шәхес булып формалаша.
Быйылдан Атайҙар көнө, дөйөм Рәсәй байрамы булараҡ, закон менән нығытыласаҡ, тип хәбәр итә Хеҙмәтте һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Күҙаллауҙарынса, яңы байрам атайҙарҙың абруйын күтәрергә ярҙам итәсәк. Хәйер, был тәҡдим 2008 йылда уҡ индерелгәйне. Уны ҡайһы бер төбәктәр үткәрә лә инде. Мәҫәлән, Волгоград, Курск, Липецк, Ульяновск өлкәләрендә Атайҙар көнөн 2005 йылдан билдәләйҙәр. Мәскәүҙә элекке йыл хатта атайҙар фестивале лә ойошторолдо.
Атайҙар көнө ни өсөн кәрәк һуң? Рәсәйҙә атайҙар институты юҡ дәрәжәһендә. Улар тик “орлоҡ сәсеү”, эш хаҡы килтереү, ҡаҙаҡ ҡағыу... өсөн генә кәрәк һымаҡ. Әгәр эш айырылышыуға барып етә икән, суд ҡарары менән бала йышыраҡ әсәһендә ҡала. Хатта атай кеше уны тәрбиәләүҙә уңайлыраҡ шарттар булдыра алған хәлдә лә.
Нисек кенә булмаһын, ғаиләлә атайҙарҙың абруйын күтәреү йәһәтенән Атайҙар көнө үткәреү йоғонтоһоҙ ҡалмаҫ. Юғиһә илебеҙҙә әрме сафында хеҙмәт итерлек көслө рухлы ир-егеттәрҙең бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалыуы ла ихтимал. Шулай ҙа халҡыбыҙҙың тапҡыр әйтемен иҫкә төшөрөү урынлы булыр: ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын.




Вернуться назад