Башҡорт фильмдарын Германияла ҡарайҙар23.02.2016
Башҡорт фильмдарын Германияла ҡарайҙар Германияның Лейпциг ҡалаһындағы Нәсүр Йөрөшбаевтың “Атайым тауышы” һәм “Ике тотҡон: Йәүит һәм Вальтер” документаль фильмдарын күрһәткәндәр.

Сараны ҡалалағы Йәһүд йәмәғәт үҙәге менән Германияла йәшәгән башҡорт режиссеры Нәсүр Йөрөшбаев ойошторған.
– Фильм ҡарарға абруйлы шә­хестәр – фән докторҙары, про­фессорҙар, сәнғәт эшмәкәрҙәре, матбуғат вәкилдәре килде, – тине яҡташыбыҙ. – Берәү ҙә битараф ҡалманы. Тамаша та­мамланғас, әүҙем фекер алышыу башланды. Был минең өсөн көтөлмәгән хәл булды.
Тамашасылар фильмдарҙың юғары сифатын һәм ҡыҙыҡлы йөкмәткеһен билдәләгән. Күптәр режиссерға бүләк тапшырған.
Әйткәндәй, “Ике тотҡон: Йәүит һәм Вальтер” фильмын “Баш­ҡортостан” киностудияһы Гер­манияның “Gaina Media” сту­дия­һы менән берлектә төшөр­гән. Ул Бөйөк Еңеүҙең 70 йыл­лығына арналған. Фильмда ике тотҡон – Йәүит менән Вальтер­ҙың әсирлектәге тормошо сағыла.
Авторҙың ике фильмы ла 2014 һәм 2015 йыл­дарҙа “Кө­мөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивалендә ҡатнашҡан.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА, Д. ТӘЛҒӘТОВА әҙерләне.


Вернуться назад