Үҫеш департаменты тәҡдиме23.02.2016
Төбәктә мәғариф тармағын замансалаштырыуҙың яңынан-яңы алымдары өҙлөкһөҙ эҙләнә. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Өфө дәүләт авиация техник университетындағы Стратегик үҫеш департаменты етәкселәре менән осрашыуында ла ошо мәсьәлә ҡаралды.
– Мәғариф – үҙгәрештәрҙе тиҙ генә ҡабул итеп бармаған тармаҡ. Шулай ҙа унда яңы үҫеш этабына аяҡ баҫыуға өлгәштек, – тине республика етәксеһе. – Төбәктәге юғары уҡыу йорттарында белем биреү күп осраҡта элеккесә алып барыла. Ә заман башҡаны талап итә: яңы алымдар кәрәк.
Быға яуап итеп, Өфө дәүләт авиация техник университетының Стратегик үҫеш департаменты етәксеһе Руслан Хисаметдинов М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының “Иннопрактика” компанияһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүҙәрен белдерҙе.
– Ҡараштарыбыҙ тап килә, – тине ул. – Был компанияла “Һанлы платформа” электрон белем биреү системаһы булдырыла. Проект мәктәпкә, Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләү программалары менән тулыландырылған, башҡа төрлөләре өҫтәлә. Системаны тиҙҙән ғәмәлгә ашыра башларға ниәтләйбеҙ.
Департамент етәксеһе ошо маҡсатҡа ярашлы Өфөләге 153-сө лицейҙа тәжрибә класы ойошторорға тәҡдим итте.
– Унда эшмәкәрлек тулыһынса “Иннопрактика” программаһы буйынса алып барылыр ине, – тине Руслан Хисаметдинов. – Методика бөтөнләй икенсе буласаҡ. Әлеге ғәҙәти дәрестәр системаһынан блок-модуль һәм индивидуаль белем биреү траекторияларына күсеү ҡарала. Һөҙөмтә булһа, эште киңәйтергә мөмкин.