“Кешеләр ысынбарлыҡты күрә”23.02.2016
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә граждандарҙы шәхси ҡабул итеү сараһы үткәрҙе. Ике сәғәтлек аралашыу барышында төбәк етәксеһенә байтаҡ ҡала һәм район кешеләре мөрәжәғәт итте.

Осрашыуға Евразия Workout фестивален үткәреүҙә, ҙур төҙөлөш айҡанлы зыян күрәсәк үҙенсәлекле урман һыҙатын һаҡлап ҡалыуҙа, торлаҡ, ер бүлеү, йәмәғәт транспорты мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам һорап килделәр. Хатта Гватемалала майя индеецтары өсөн клиника төҙөү теләген белдереүсе лә булды.
Рөстәм Хәмитов һәр мәсьәлә буйынса республика Хөкүмәтенә, министрлыҡтарға һәм ведомстволарға тейешле күрһәтмә бирҙе.
— Бындай осрашыуҙар минең өсөн бик мөһим, әлбиттә. Сөнки эшемдә иң элек халыҡтың фекеренә таянам. Кешеләр дөрөҫөн әйтә, ысынбарлыҡты күрә, — тине ул. — Шуға күрә ошондай сараларҙы даими үткәрергә тырышам, халыҡ менән артабан да осрашасаҡмын.


Вернуться назад