Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре07.03.2012
-Буй-һынығыҙҙы матурлау өсөн ҡиммәтле тренажер урынына ябай һикергес (скакалка) һатып алығыҙ. Арзан да, һөҙөмтәле лә.
-Ҡул тиреһенә сей йомортҡа ағын һөртһәң, ҡул йомшарып, нәфисләнеп китер.
-Күҙ ҡабаҡтарығыҙ шешмәкләнеп торһа, 15 минутҡа аҡ сәскә төнәтмәһендә сылатылған мамыҡ киҫәктәрен һалығыҙ.
-Полиэтилен тоҡсайҙағы сыр оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн уның янына бер киҫәк шәкәр ҙә һалығыҙ.
-Әсе ҡамырға ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән бешкән картуф ҡушһаң (1 кг онға 2-3 картуф), ҡамыр йомшаҡ, ҡабарынҡы буласаҡ.
-Ҡыҙҙырылған ҡаҙҙың йәки өйрәктең түшкәһен бешеп сығыр алдынан ғына мейестән алып, һалҡын һыу менән сылатып, бер аҙ ваҡытҡа ҡабат мейескә ҡуйһаң, түшкәнең тышы алтынһыу төҫтә булыр, кетерҙәп торор.
-Кәтлит бешереү өсөн иткә йомортҡа, турағыс аша үткәрелгән кишер, кәбеҫтә ҡушһаң, ул һутлы булыр.
-Сәйнүктең юшҡынын бөтөрөү өсөн 1 литр һыуға 1 балғалаҡ лимон кислотаһы һалып ҡайнатып сығарырға. 10 минуттан сәйнүктәге һыуҙы тағы ла бер ҡат ҡайнатырға. Лимон кислотаһы урынына аш һеркәһе (1 литр һыуға — 1-2 аш ҡалағы) ҡулланырға мөмкин. Аҙаҡтан сәйнүкте сайҡатырға онотмағыҙ.
-Электр плитәләрендә аш-һыу әҙерләгәндә, энергия сығымын кәметеү өсөн, ҡалын төплө һауыт-һабала бешеренегеҙ.
-Әйбергә көйә төшмәһен тиһәгеҙ, шуны хәтерҙә тотоғоҙ: көйә типография буяуы еҫенән ҡурҡа. Шуға күрә әйберҙе гәзиткә төрөгөҙ.


Вернуться назад