Заман йүнселлек талап итә19.02.2016
Заман йүнселлек талап итә Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының киңәйтелгән коллегия ултырышында тармаҡтың былтырғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, ағымдағы йылға бурыстар билдәләнде. Унда республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов та ҡатнашты.
– Киң мәғлүмәт саралары, башҡа өлкәләр кеүек, әлеге еңел булмаған иҡтисади шарттарға яраҡлашырға тейеш. Беҙ барыбыҙ ҙа бер дәүләт мәнфәғәттәренә хеҙмәт итәбеҙ, – тине Рөстәм Хәбиб улы һәм был йәһәттән мөмкинлектәр ту­раһында, бурыстар хаҡында һөйләне.
Сарала Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедовтың, телевидение, радио тапшы­рыуҙары һәм матбуғат баҫмалары редакциялары мөхәррирҙәренең сығыштары тыңланды. Заманса техник алымдарҙы үҙләштереү, электрон мәғлүмәт системаларын үҫтереү, сығымдарҙы ҡулайлаш­тырыу һәм башҡа мөһим мәсьә­ләләр күтәрелде. Мәғлүмәт биреүҙәге уңышлы ысулдар, журналист һөнәренең абруйы хаҡында ла фекер алышыу булды, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашып эшләү мөһимлеге билдәләнде, киләсәккә йүнәлештәр асыҡланды.




Вернуться назад