Һөҙөмтә бар, йәнә тырышырға кәрәк19.02.2016
Һөҙөмтә бар, йәнә тырышырға кәрәк “Тышта февраль бураны ҡоторһа ла, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек ҡыҙыу бара. Быйыл сәсеүгә 7,7 миллиард һум, йәғни былтырғынан 15 процентҡа күберәк, аҡса тотоноу күҙаллана. Шуның 1,5 миллиард һумы яғыулыҡ-майлау материалдарына йүнәлтелә. Ил һәм республика ҡаҙналарынан 1,5 миллиард һум бүленһә, 3,5 миллиардын банктарҙан үтескә аласаҡбыҙ. Ғөмүмән, аҡса етергә тейеш”, – тине республика Башлығы агросәнәғәт комплексы эшмәкәрлегенә арналған кәңәшмәлә.

Рөстәм Зәки улы, тәүҙә был­тырғы эш һөҙөмтәләре хаҡында бәйән итеп, йыл шаҡтай ауыр килһә лә, ауыл эшсәндәренең ярайһы уҡ яҡшы уңыш йыйып алыуын билдәләне. Барлығы 152,1 миллиард һумлыҡ продукция етештерелгән, һәр тар­маҡта үҫеш күҙәтелгән. Бөтәһе 3 миллион тоннанан ашыу иген һуғып алынған, был 2014 йыл менән сағыш­тырғанда, шаҡтай артыҡ. Бигерәк тә Саҡмағош, Мәләүез, Стәрле­тамаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Ауыр­ғазы, Иглин райондары яҡшы һөҙөм­тәләргә өлгәшкән.
Малсылыҡ тармағында ла Башҡортостан ныҡлы урын биләй. Һөт етештереү былтыр 2,2 процентҡа үҫкән. Был йәһәттән Саҡмағош, Ауырғазы, Тәтешле, Учалы, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө, Мәләүез райондары өлгө күрһәтә.
Шулай ҙа тармаҡтарҙа барлыҡ мөмкинлектәр файҙаланылмай әле. Сифатлы орлоҡ, минераль ашламалар булғанда, тәбиғәт шарттарын иҫәпкә алып эш иткәндә игенселектә һөҙөмтәләрҙе йәнә яҡшыртырға мөмкин. Тоҡомло мал үрсетеүгә лә етди иғтибар булғанда һөҙөмтә бермә-бер артыр ине.
Рөстәм Зәки улы күңелде ҡырған мәсьәләләргә лә туҡталды. Былтыр шәхси йорттарҙағы малдар һаны 10 процентҡа кәмегән. Ҡайһы бер райондарға күпме генә аҡса бүленмәһен, ҡомға һыу кеүек һеңә лә ҡуя, һөҙөмтә юҡ. Шуға ла бынан ары ярҙам уңышлы эшләгәндәргә генә биреләсәк.
Ауыл эшсәндәре киләһе сәсеүгә әҙерләнә. Был йәһәттән тармаҡта һөҙөмтәне өс процентҡа арттырыу бурысы ҡуйылды.
Республика Башлығы үҙебеҙҙә етештерелгәнде экспортҡа оҙатыу йәһәтенән тейешле кимәлдә эш алып барылмауы хаҡында борсолоуын белдерҙе. Мәҫәлән, 2014 йыл һөҙөмтәләре буйынса, төбәккә ит ситтән ете тапҡырға күберәк килтерелгән. Әле һаман үҙебеҙ үҫтергәнде эшкәртергә өйрәнә алмайбыҙ. Сит өлкәләр беҙҙекен сеймал килеш арзанға алып, аҙаҡ үҙебеҙгә макарон, май йәки башҡа аҙыҡ-түлек итеп бер нисә тапҡырға ҡыйбатыраҡҡа һата.
Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко үҙ сығышында:
– Бөтә ерҙә ныҡлы тәртип һәм һәр нәмәгә һаҡсыл ҡараш булырға тейеш, – тип билдәләне. – Сығым талап ителмәгән сараларҙы теүәл үтәгәндә лә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин. Мәҫәлән, сәсеү әйләнешен, орлоҡто бураҙнаға һалыу ваҡытын, барлыҡ агротехник эштәрҙе ваҡытында теүәл­ләгәндә.
Кәңәшмәлә шулай уҡ үҙебеҙҙең етештереүселәрҙең аҙығын сауҙаға сығарыу, агросәнәғәт комплексына кредит бүлеү, минераль ашламалар хаҡында һүҙ барҙы, эре хужалыҡтар етәкселәре сығыш яһаны.




Вернуться назад