Йәштәргә — матди ярҙам19.02.2016
Башҡортостан Хөкүмәте Президиумының был аҙнала Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов үткәргән кәңәшмәһендә башлыса мәғариф тармағы, атап әйткәндә, йәш ғалимдарға һәм фәнни коллективтарға дәүләт гранты тапшырыу хаҡында һүҙ барҙы.

Мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова әйтеүенсә, быйыл фәнни проекттар конкурсында 100-ҙән ашыу йәш ғалим һәм коллектив ҡатнашҡан.
— Йәш ғалимдар тәҡдим иткән проекттарҙың тәү сиратта республика өсөн әһәмиәтле булғандарын, социаль әһәмиәтлеләрен, фәнни яңылыҡ алып килгәндәрен һәм, әлбиттә, тикшеренеү һөҙөмтәлере артабанғы үҫештә файҙаланырлығын ғына алабыҙ, — тине мәғариф министры.
Хөкүмәт Президиумы ултырышында шулай уҡ Волга буйы федераль округының А.В. Достовалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы тәрбиәләнеүселәренә матди ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе буйынса фекер алыштылар. Һөҙөмтәлә әлеге мәсьәләне хәл итеүгә быйыл республика ҡаҙнаһынан 22,4 миллион һум бүленәсәк.



Вернуться назад