“Акцияларҙы һатыу хаҡында һүҙ юҡ”19.02.2016
Башҡортостан “Башнефть” компанияһының үҙенә бирелгән акциялар пакетын һатыуҙы күҙалламай. Был турала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
– Акцияларҙың 25 процентын республика милкенә тапшырыуға бәйле ҡыуанысыбыҙ һүрелеп тә бөтмәгән. Шуға күрә уны һатыу тураһындағы яңылыҡ менән халыҡтың кәйефен төшөрөргә хаҡыбыҙ юҡ! – тине Рөстәм Зәки улы.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, әле акцияларҙы һатыу өсөн уңайһыҙ мәл, сөнки һуңғы йылдарҙа компанияны капиталлаштырыу 10 миллиардтан 4,5 миллиард долларға тиклем түбәнәйҙе, акциялар әле арзан.
– Шуға күрә әле бер кем менән дә республика эйә булған акциялар пакетын һатыу хаҡында һөйләшеүҙәр алып барылмай, – тине төбәк Башлығы.