— Уф-ф, бындай ҙа бюрократтар булыр икән. Тамам хәлде алдылар бит. Бер исем өсөн әллә ҡасандан бирле йөрөтәләр. Эшем эйәләре, ултыралар шунда, йән көйҙөрөп, — Ләбибә шулай әллә кемдәрҙе әрләй-әрләй, төш етеүгә генә эш урынына килеп ултырҙы.
Йөҙө асыулы, ҡаштары йәмерәйгән. Тамам ярһыған ҡатындың туҡтарға уйы ла юҡ.
— Ҡара, анау бисә һис тә кәкре аяҡлымын тип тормай, үҙен шундай дорфа тота бит әле. Хәстрүш. Әллә кем тип торорһоң. Аҡыл өйрәтеп маташҡан була. Имеш, тегеләй яҙырға кәрәк тә былай яҙырға кәрәк. — Ләбибәнең тауышынан биҙгән ҡайһы берәүҙәр башҡа бүлмәгә сығып китеү яғын ҡараны.
— Көнләшәләр инде, көнләшәләр. Нисек тә исем бирмәҫкә маташыуҙары. Юҡҡа сыпраңламаһындар. Алам тигәс, алам. Үҙең дауайлап йөрөмәһәң, иҫтәренә лә төшөрмәҫтәр. Нисәмә йыл эшләп... Хаҡлы ялға бер нәмәһеҙ китеп булмаҫ инде. Шул атҡаҙанған исемен алалмаһам, ултырған урынымда ер упһын. Ниңә, анау Нәзифәнән минең ҡайһы ерем кәм? Ул да әллә нәмә ҡыйратып йөрөмәй. Минең кеүек йыйыштырыусы инде. Ә үҙенә атҡаҙанған исемен күптән бирҙеләр. Теге ваҡыт, документтарың дөрөҫ тултырылмаған, тинеләр. Әле, имеш, ике һаны өслөгә оҡшап тора. Нисек тә этләшеп маташалар. Шул хаталарҙы үҙҙәре өҫтәп ҡуйғандыр әле. Табылған грамотный кешеләр... Уф, сарсап киттем әле. — Ярһыуы баҫыла төшкән Ләбибә үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә сәй ҡуйҙы. Бер ҡосаҡ биҙәнгестәрен һөйрәп сығарып, көҙгөһөн алды.
Шул саҡ бүлмәгә кисә генә алған кофтаһын күрһәтергә тип, Сәғиҙә килеп инде. Хеҙмәттәшенең яңы кейеменә Ләбибәнән дә нығыраҡ ҡыуанған кеше булманы:
— Эй, йәнекәйем, бигерәк килешә үҙеңә. Күпме тора?
— Биш йөҙ.
— Ҡиммәт кенә икән. Яҡшы нәмә арзан булмай инде. Нәҡ һинең өсөн генә теккәндәр, тиерһең. Йылы тәнеңдә туҙһын, аҙаҡҡыһы булмаһын. — Ләбибә Сәғиҙәнең арҡаһынан дөпөлдәтеп һөйөп, битенән суп иттереп үбеп тә алды.
Күңеле булған ҡатын ишектән сығып та өлгөрмәне, Ләбибә кире үҙ булмышына ҡайтты:
— Ғибрәт, ҡасан һыйырға септәнең килешкәне бар. Сепрәк-сапраҡ тип иҫе китеп, кипкән балыҡ һымаҡ ҡалған бит инде. Өс балалы ҡатын тип кем әйтһен. Энә йотҡан эт кеүек. Ашамай-эсмәй, кейем, байлыҡ йыймаһа. Үлмәҫкә тыуғандыр, тәүбә.
Күрше бүлмәнән ниндәйҙер йомош менән инеп сыҡҡан Мәстүрә лә күҙенә эленмәй ҡалманы.
— Кит, бынауҙы, ибәтәйһеҙ, бигерәк һимеҙ. Йәш кенә башы менән шул тиклем йыуанаймаһа, мискә кеүек, ғибрәт. Шуға ла һаман иргә сыға алмайҙыр инде. Ит бүкәнен кем алһын! Абау, тыуған бар, тыумаған бар, уға оҡшарға яҙмаһын. Ниңә әҙерәк диета тотмай икән, һыйыр кеүек юлында осраған бөтә нәмәне тығынмаһа... — тип һөйләнде үҙ алдына.
Ул арала эш аҙағы ла яҡынлашты. Ләбибә апай, ҙур эш башҡарып арыған кеше шикелле, ҡайтырға йыйынды.
Венер ИСХАҠОВ.