“Бөрйәндә мине бүре ҡаршы алды...”19.02.2016
“Бөрйәндә мине бүре ҡаршы алды...”– Йәш кенә көйө директор урынбаҫары икәнһең, – тип, осрашҡас уҡ һоҡланыуыбыҙҙы белдерҙек Марсҡа.
– Йәш түгел инде мин хәҙер... – тип албырғатты етди йөҙ менән әңгәмәсебеҙ. – Пенсияға сығыр ваҡыт та етеп килә...
– Ҡасан?..
– Етмеш йылдан...
Шулай шуҡлығы менән ҡапыл аптырауға һалыр егет булып сыҡты Марс Нәбиуллин. Тәбиғәттең эсендә кинәнеп эшләгән, иркен тын алып йәшәгән кешенең кәйефе гелән көр, зиһене яҡты була шул. Ҡалалағы тығыҙлыҡтан, тынсыулыҡтан йыраҡ торғас...
Башҡортостан дәүләт ҡурсау­лығында директорҙың ғилми-тикшеренеү эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй Марс Нәбиуллин. Баймаҡ районының Байым ауылы егете БДУ-ның Сибай институтындағы биология-химия факультетында белем алған сағында Бөрйәнгә беренсе тапҡыр килгән.
– Курс эшем орхидея тура­һын­да булғанлыҡтан, уны өйрә­неү өсөн практикаға ебәргәй­не­ләр, – ти Марс. – Был яҡҡа тәүге сәфәрем ныҡ иҫтә ҡалған. Юлда һигеҙ сәғәт килдек. Тау-таш, соҡор-саҡыр, туҙан... Етмәһә, Һарғаяға етер алдынан ғына юл аша, һалмаҡ ҡына баҫып, бүре үтеп китте...
1997 йылғы был ваҡиғаны йыл­майып иҫкә ала Марс. Ҡур­ҡыуы үткән. Хәҙер инде Бөрйән­дең юлдары ла тигеҙ, шып-шыма һымаҡ күренә үҙенә. Тормошон иһә тау-ташһыҙ, урманһыҙ, йәнлек-ҡошһоҙ күҙ алдына ла килтерә алмай.
– 2003 йылда, диплом алғас, хеҙ­мәт юлымды ошо ҡурсау­лыҡта башларға тура килде, – ти егет. – Эш, әлбиттә, еңел тү­гел, әммә тәбиғәттең ҡөҙрәте, ха­лыҡтың ихласлығы, өлкән хеҙ­мәткәрҙәрҙең ябай, ярҙамсыл булыуы ошо ергә ныҡлы еректерҙе. Бында килгәс, диплом эшен дауам итеп, кандидатлыҡ диссер­тацияһы яҡланым. Әлеге вази­фаға 2006 йылда тәғәйенләндем.
Директор урынбаҫары әйте­үенсә, ҡурсаулыҡта ғилми эштәр менән әүҙем шөғөлләнәләр. Үҙ лабораториялары, метеорология станциялары бар. Хеҙмәткәрҙәр араһында ике фән докторы иҫәпләнә: зоология буйынса Николай Гордеюк һәм биологиянан Майя Ишморатова. Улар күп йыллыҡ тәжрибәһен йәштәр менән ихлас уртаҡлаша.
– Ғөмүмән, республикала зоология буйынса ғалимдар бик аҙ, – ти Марс Нәбиуллин. – Был фән буйынса беҙҙең Николай Михайлович иһә – алтынға бәрәбәр бел­гес. Уның менән урманға сы­ғыу, рейдҡа йөрөү – үҙе бер бәхет. Тәбиғәтте йәнеләй күреп яратҡан, ҡәҙерләгән, йәнлектәрҙе шул ҡәҙәр һәйбәт белгән остазыбыҙҙың: “Ҡайһы саҡта үҙемдең бүре булғым килә”, – тигән һүҙҙәренең мәғәнәһенә йылдар үткән һайын нығыраҡ төшөнә барам төҫлө.
Беҙҙә фән кандидаттары байтаҡ, араларында йәштәр ҙә бар. Күптәр – үләндәрҙе, ике белгес – ҡоштарҙы, берәү балыҡ­тарҙы өйрәнеү менән мәшғүл. Барлыҡ эштәр ҙә шул ҡәҙәр ҡыҙыҡлы, үҙләштергән һайын яңынан-яңы серҙәр асыла. Мәҫәлән, беҙҙәге йылғаларҙа осраған ҡыҙыл балыҡтың генетик үҙенсәлектәре һаман да билдә­һеҙ. Ҡайҙан килеп сыҡҡандыр ул беҙгә?
Директор урынбаҫары әйте­үен­сә, ҡурсаулыҡтағы тәбиғәт һәр яҡлап өлгө алырлыҡ булырға тейеш. Үҫемлектәрҙең фено­логияһы тикшерелә, улар ҡасан сәскә ата, емеш бирә – ошо һәм башҡа мәғлүмәттәр йыл да теркәлеп бара.
Йәнлектәр ҙә иҫәптә. Әле, мә­ҫәлән, уларҙың 60-ҡа яҡын төрө теркәлгән. Йылына төрлө иҫәп алыуҙар үткәрелеп, мәғлүмәт тулыландырыла бара.
– Ҡышҡы рейд барышында саңғы менән сығып, һәр йәнлекте һанайбыҙ, – ти йәш белгес. – Мәҫәлән, берәй боландың ҡайһы яҡҡа үткәнен, йүнәлешен билдә­ләйбеҙ. Унан икенсеһенең юлын барлайбыҙ. Шулай барлыҡҡа килгән абристан биләмәлә күпме йәнлек барлығы, тығыҙлыҡ билдәләнә. Һуңғы йылдарҙа ҡурсаулыҡта ҡондоҙ йәшәгәне асыҡланды. Уның барлыҡҡа килеүен Йомағужа һыу һаҡ­ла­ғысы менән бәйләйҙәр.
Биләмәлә һаҙ ҙа, күл дә юҡ. Һыу сығанаҡтары – Ҡағы һәм Үҙән йылғалары ғына. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, дымлылыҡ көслө бында, йыл­ға­лар үҙ кимәлен һаҡлай. Төп сә­бәбе – биләмә майҙанының 80 проценты ағас менән ҡапланған. Һөҙөмтәлә ҡоролоҡ йылдары ла үҙен бигүк һиҙҙерә алмай.
Ҡурсаулыҡта студенттар ме­нән хеҙмәттәшлек алып ба­рыуға айырыуса ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне Марс Нәбиуллин.
– Улар менән ҡыҙыҡ булып бөтәбеҙ инде, – ти. – Ҡаланан етди генә килеп төшәләр ҙә, ир­тәнсәк таң менән тороп, эшкә тотонасағын белдерәләр. Мин иһә көлөмһөрәп ҡуям. Иртәнсәк йылмайыуҙың сере асыла: иҫһеҙ йоҡлаған студенттарым сәғәт 10-дан һуң ғына килеп тора! Бындағы һауа хикмәтле шул: ныҡлап ял иттермәйенсә, эшкә тотондормай.
Сибайҙағы сәнғәт училищеһы студенттары ла беҙгә йыш килә. Маҡсаттары – пейзаж төшөрөү. Хисле кеше булараҡ, тәбиғәттә кинәнеп туя алмайынса, илап ҡайтып китәләр. Ял итергә килгән кешеләрҙең күбеһе әйтеүенсә, ҡурсаулыҡта ваҡыт туҡтап тор­ғандай тойола. Сит ил кеше­ләренән “Беҙҙә ҡоштар һайрап торған бындай урындар ҡалманы” тигәнерәк һүҙҙәр ишетеү, биш-алты һуйырҙың бергә ултыр­ғанына сикһеҙ ғәжәпләнгәндәрҙе күреү уйға һала. Ниндәй бай ерҙә йәшәйбеҙ беҙ! Тик уның ҡәҙерен беләбеҙме?
Егет сир белмәүе менән маһайып та алды.
– Урмандың һыйы мул бит, шуға көс тә, сәләмәтлек тә етерлек үҙемдә, – ти ул кинәнес ме­нән. – Бер саҡ сысҡандарҙы иҫәпләргә аҙыҡһыҙ сыҡҡайныҡ. Биш көн йөрөргә тура килде лә ҡуйҙы! Шулай ҙа асыҡманыҡ: урманда нимә бар, шуның менән туҡландыҡ. Ҡайтып көҙгөгә ҡараһам, көрәйеп киткәнмен! Ҡатыным урманда йөрөгәнемә ышанмай ҙа торҙо. Тәбиғәттән алған ял балҡытып ебәрә шул!


Вернуться назад