“Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек”19.02.2016
“Бер-беребеҙҙең  ҡәҙерен беләйек” ...Стәрлетамаҡтағы мәҙәниәт-мәғрифәт училищеһында бейеү түңәрәге бара. Ҡырмыҫҡалы ҡыҙы Флүрәнең һоҡланғыс сығышын барыһы ла хайран ҡалып күҙәтә. Теге саҡ Өфөнән хатта Фәйзи Ғәскәров килеп, уны ҙур ансамблгә саҡырғайны бит. Әммә атаһы Ғәлимйән ағай ҡырҡа ҡаршы төштө. “Уҡыуыңды тамамламайынса, ситкә бер аҙым да баҫмайһың”, – тине...

– Шул саҡта дөрөҫ аҡыл бир­гәне өсөн атайыма ҙур рәхмәт­лемен, – ти хәҙер инде 80 йәшен тултырған йырсы, Башҡорт­ос­тан­дың халыҡ артисы Флүрә Но­ғоманова. – Әгәр уҡыуымды тамамламайынса бейеү донъя­һы­на инеп китһәм, йырсы була­раҡ юғалып ҡалған булыр инем. Баш­лаған эште ташламаҫҡа, маҡсат ҡороп йәшәргә өйрәтте атайым.
Эйе, ишле ғаилә башлығы, ҡы­ҙына хаҡ юл күрһәтеп, сәнғә­тебеҙҙең яҙмышына ҙур өлөш индерә. Тормошонда осраған ауырлыҡтарҙы еңә-еңә маҡсат­тарына өлгәшә Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы: Өфө дәүләт сәнғәт учи­лищеһын, Ҡазан дәүләт консер­ваторияһын тамамлай, халҡы­быҙҙың яратҡан йырсыһына әүерелеп, сәхнә үрҙәрен яулай, шул уҡ ваҡытта уҡытыусылыҡ хеҙмәтендә юғары баҫҡысҡа күтәрелә. Ихтыяр көсө, ныҡыш­малылыҡ, сабырлыҡ, дөрөҫлөккә ынтылыш кеүек сифаттарҙы атаһы “бүләк иткән” уға. “Бөгөнгө йәмғиәттә лә тап ошо һыҙаттар өҫтөнлөк итергә тейеш. Улар милләтебеҙҙең юғарылығын һаҡлап ҡалырға, яңы үрҙәргә ынтылырға юл аса”, – тигән фекерҙә халыҡ артисы.
– Сәнғәт училищеһында уҡытҡанда студенттарыма шундай тәрбиә бирергә тырыштым, – ти ул. – Үҫергә, көсөң, һәләтең барлығын иҫбатларға теләйһең, халҡыңды, Ватаныңды яратаһың, күтәрергә ынтылаһың икән – тырыш, ныҡышмал бул! Уҡытыусым Миләүшә Мортазина шулай өй­рәтте. Һөнәрен, балаларҙы мө­киб­бән яратҡан, шул ҡәҙәр талантлы һәм талапсан остазыбыҙ ялҡаулыҡты һис өнәмәне. Ты­рышлыҡ арҡаһында бәләкәй генә уңышыбыҙ күренһә лә, күҙенән йәш атылып килеп сығыр ине. Ә бит Миләүшә Ғәли ҡыҙы ул саҡта йәш кенә булған: мин – тәүге уҡыусыларының береһе. Хеҙмәт юлын яңы башлаған педагогтың үҙ эшенә шул ҡәҙәр яуаплы ҡарауы, уға бөтөн күңелен биреүе – бөгөнгө заман йәштәренә ҙур өлгө. Шулай булмаһа, бөйөк Мортазина уҡытыусылыҡтың юғары баҫҡысын яулар, республикала ғына түгел, донъяла дан ҡаҙанған йырсылар үҫтерә алыр инеме?
Флүрә Ноғоманова әйтеүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халҡыбыҙ вәкилдәре араһында ниндәйҙер кимәлдә һәлкәүлек бар. Шул ҡәҙәр талантлы, һәләтле үҙҙәре, әммә ошо өҫтөнлөгөнөң ҡәҙерен белеп еткермәгәндәр, үҫергә иренгәндәр осрап тора.
– Әгәр ҙә шулай булмаһа, милләтебеҙ бөгөн байтаҡ аҙымға алда барыр ине, – ти йырсы. – Ваҡыттың һәр минутын файҙалы, аныҡ маҡсатҡа ярашлы эшкә йүнәлтергә өйрәнергә кәрәк беҙгә. Саҡ ҡына буш ултырҙың икән, күпмегәлер артта ҡалдың тигән һүҙ. Шул уҡ ваҡытта һәр кем бүтәндәрҙең ҡаҙаныштарына ихлас һөйөнөп, үҙе лә тырышлығы аша яуланған уңышы менән ҡыуандырып йәшәргә ынтылырға тейеш. Бына шунда “халыҡ” тигән төшөнсәнең нигеҙе.
Ҙур тормош тәжрибәһенә эйә Флүрә апайҙың милләттәш­тә­ребеҙгә, йәш быуынға әйтер һүҙе күп. Бер-беребеҙгә ҡарата ихтирамлы, талант эйәләренә хәстәр­лекле булыу мөһимлеген айырым билдәләй ул. Хоҙайҙан бирелгән һәләте ярҙамында халҡыбыҙҙы алға ебәрер, үҫтерер кешеләрҙе ваҡытында күрә белергә, ҡәҙерләргә кәрәк тигән фекерҙә.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылы һүҙгә һараныраҡбыҙ, – ти Флүрә Ғә­лим­йән ҡыҙы. – Күңелде ҡанат­ландырып ебәрер һүҙҙәрҙе ваҡы­тында, тейешле мәлендә еткерә белмәйбеҙ. Аҙаҡ иһә күп осраҡта әйтеүҙең кәрәге лә ҡалмай: кеше­нең кәре бөткән, талантының уты һүнгән... Утын өҫтәп тормаһаң, усаҡ та быҫҡып һүнә бит.
Минеңсә, ижад, сәхнә кеше­ләре ошондай хәстәрлеккә айырыуса мохтаж. Уларҙың бит кү­ңеле нескә, йомшаҡ була. Йылы һүҙҙән, иғтибарҙан ҡанатланып, яңы һулыш алып, артабанғы үргә ынтылып йәшәйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, араларында өлкәнәйгән көнөндә яңғыҙ ҡалғандар байтаҡ. Үҙ ғүмеремдә ундайҙар менән йыш осрашырға тура килде. Һөҙөмтәлә йылдан-йыл шундай фекер нығына бара: ҡартлығында яңғыҙы ҡалған сәхнә ветерандары өсөн республикала айырым махсус йорт булдырылһын ине. Мәғлүм ки, бындай учреждение Санкт-Петербургта бар. Ул – Мария Савина исемендәге Сәхнә ветерандары йорто – 1896 йылда төҙөлгән. Өлкәнәйгән көнөндә яңғыҙ ҡалған ижад кешеләрен бер быуаттан ашыу үҙ ҡанаты аҫтында йылыта. Өс йыл элек был йортҡа реконструкция яһа­лып, эшмәкәрлеге тағы ла йән­ләнеп китте. Беҙҙә лә ошондай учреждение булдырылһа, ғүме­рен сәхнәгә, ижадҡа бағышлап, аҙаҡ яңғыҙ ҡалырға мәжбүр булған өлкәндәребеҙ ҡартлығын тыныслыҡта, хәстәрлектә үткәрер ине. Урын бушлай бирелергә тейеш, тимәйем. Өлкән кешенең алмашҡа үҙ торлағын тапшырыуы шарт. Был эште берәй йүнсел башлап ебәрһә, һис шикһеҙ, уға ла, яңғыҙҙарға ла файҙа ғына буласаҡ, минеңсә. Ошо фекерҙе яҡлағандар күп тә, тотонорға теләгәндәр генә күренмәй.
Бәләкәйҙән тормоштоң ауыр­лыҡ­тарын үҙ иңендә татып, бер-береңә ҡарата иғтибарлы, хәс­тәрлекле булыуҙың мөһимлегенә ҡат-ҡат инанып үҫкән Флүрә Ғә­лимйән ҡыҙы халҡының бөгөн­гөһө, киләсәге тураһында уйла­ныуҙан туҡтамай. Үҙе, ауырыу ки­сереп, яҡындары ярҙамында ғына атлап йөрөргә мәжбүр булһа ла... Хәленә ҡарамаҫтан, тиҙҙән үтәсәк тамашаларҙы – йырсылар Марсель Ҡотоев менән Гүзәл Үлмәҫҡолованың концертын – ҡалдырмаҫҡа ниәтләй. “Йәш­тәр­ҙең тырышлығын күрә белергә, ваҡытында үҫтерә белергә кәрәк, – ти. – Шул уҡ ваҡытта улар үҙ­ҙә­ре лә тормошта еңел юлға ынтылмаһын, маҡсаттарына өл­гә­шеп өйрәнһен ине. Мәҫәлән, йәш­тәр араһында халыҡ йыр­ҙарын башҡарғандарҙың күбә­йе­үен теләйем. Еңел-елпе сығыш­тар менән үҙеңде лә, халҡыңды ла үҫтереп булмай ул”.
...Ишле ғаиләлә атай-әсәйҙең тәрән аҡылын һеңдереп үҫеп, тормошта үҙ урынын тапҡан өлкән милләттәштәребеҙҙең әйткәндәре алтынға бәрәбәр. Ошо һүҙҙәрҙе ишетһәк, аңыбыҙға һеңдерә барһаҡ ине.




Вернуться назад