“Ҡыҙыл китап”ҡа инмәйек, егеттәр!19.02.2016
Көслө затты әжәл борон-борондан һағалап ҡына торған: йорт-ҡураны дошмандан ҡурсалау, ауға йөрөү уның иңендә булған бит. Заман башҡа – заң башҡа: тыныс тормошта йәшәйбеҙ, Аллаға шөкөр, инде ит артынан да кибет-магазинға ғына йүгерәбеҙ. Тик күпләп ҡырылыуҙан туҡтамай ир-егеттәр.

Башҡортостандың көслө зат вәкилдәре күберәк (ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда) вафат булған район-ҡалалары билдәләнгәйне бер саҡ. Статистика мәғлүмәттәре буйынса иң ҡурҡыныс һандар Ағиҙел ҡалаһы менән Федоровка районына тура килде. Учалы, Бөрйән, Хәйбулла, Мишкә райондары менән Нефтекама ҡалаһы буйынса ла шулай уҡ уйланырға урын бар. Ә бына Балтас, Ҡариҙел, Архангел, Баҡалы, Бүздәк, Бәләбәй райондарында хәл, кире­һенсә, тотороҡло – уларҙа көслө зат был донъяны һирәгерәк ҡал­дыра, имеш.
Мәсьәләне күтәреп сыҡҡан Баш­ҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы ул саҡта күренештең бер нисә сәбәбен дә билдәләгәйне: эскелек, эшһеҙлек, ғаилә институтының ҡаҡшауы. Гүзәл зат фекеренсә, проблеманы хәл итеү дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнә­лешенә әүерелергә тейеш. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ!
Ысынлап та, ир-егеттәрҙең йә эсеп үлгәне, йә үҙ-үҙенә ҡул һалғаны тураһында йыш ишетәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта йөрәк сире, мейегә ҡан һауыу һымаҡ күренештәр ҙә иртә алып китә көслө затты. Фронт мәғ­лүмәттәрен хәтерләткән юл һәлә­кәттәре хроникаһы хаҡында инде әйтеп тораһы ла түгел. Был күре­нештәр бит сәбәпһеҙ килеп сыҡмай! Йүгереп йөрөгән йәп-йәш егеттәрҙең көтмәгәндә үлеп китеүен бер һүҙ менән генә аңлатырға булыр ине – донъя баҫты.
Ир-егеттең ғүмере, әлбиттә, өй­ҙәге “һауа торошо”на ла бәйле. Был – белгестәрҙең фекере. Атап әйт­кәндә, ҡатын-ҡыҙ йыйылған эске көсөргәнешен башлыса әрләшеп сығара, ир-егет иһә эсендә йомоп ҡалырға тырыша. Ә төйөн ҙурай­ғандан-ҙурая. Әрләш-талаш тигән­дән, үҙ-ара мөнәсәбәттәр асыҡлаған саҡта шулай уҡ күп егеттең ғүмере әрәм була.
Экология торошо, ашаған ризы­ғыбыҙ тураһында ла байтаҡ һүҙ яҙырға булыр ине, әлбиттә. Сепрәкте хәтерләткән, гормон ашатып үҫте­релгән, 15 минутта бешеп сыға торған тауыҡ боттары итме ни инде ул?!
…Ә шулай ҙа, проблеманы ту­лыһынса хәл итеп булмаһа ла, көрәшергә мөмкиндер. Баяғы союз ағзалары әйтмешләй, дәүләттең иғтибары артһа, ир-егеттең дә ғүме­ре өҫтәлер һымаҡ. Нисек тиһегеҙме? Социаль торошҡа, инфраструк­ту­раға, нисек кенә булмаһын, бәйле бит ир-егет тормошо. Шул уҡ ва­ҡытта ғаилә башлығы булһын өсөн, хатта шул ғаиләлә башлыҡ булһын өсөн әлеге усаҡта бер-береңә ихтирам-хөрмәт менән йәшәү, аңла­шыу зарурҙыр. Ҡыҙыҡ, ғаилә инс­титутын нығытыу йәнә дәүләттең дөрөҫ сәйәсәт алып барыуына барып төртөлә.
Ә шулай ҙа үҙебеҙҙән дә бик күп нәмә тора бит, егеттәр: теләһәк, һаулығыбыҙҙы ла нығыта алабыҙ, кредиттан да ҡотолоп була, бер кем дә ялған итте ауыҙға тыҡмай, бер кем дә ауыҙға араҡы ҡоймай. “Ҡыҙыл китап”ҡа инергә ашыҡмайыҡ әле!..


Вернуться назад