Уролог менән дуҫлашҡың килһә…19.02.2016
Уролог менән  дуҫлашҡың килһә… Урология өлкәһендә сирҙәр һуңғы йылдарҙа йышая, ти белгестәр. Сәбәбе тормошобоҙҙоң ҡырҡа үҙгәреүенә бәйле тигән фараз ҡылһағыҙ, бер ҙә яңылышмаҫһығыҙ. Ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен нәҡ әлеге ауырыуҙарҙы дауалауға бағышлаған табип әңгәмәнең башында уҡ ошо хаҡта белгертеп ҡуйҙы. Һүҙ – медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се дауаханаһындағы урология бүлеге мөдире Рәсил МОРАҘЫМОВҠА.

– Рәсил Рәсих улы, уро­ло­гия хаҡында һүҙ йөрөт­кән­дә, ирекһеҙҙән тәү си­рат­та күҙ алдына енес би­ҙенә (простатаға) бәйле сир­ҙән яфаланған, йәше 45-тән үткән ир-ат килеп баҫа…
– Ысынлап та, пациенттар араһында улар күпселекте тәшкил итә. Әммә урология ирҙәрҙең енесенә генә ҡағы­лышлы өлкә түгел. Дөрөҫөрәге, ул енес-бәүел ағзалары сир­ҙәрен өйрәнә. Һейҙек юлының бөйөрҙән алып тамамланған өлөшөнә тиклем. Бында шул уҡ енес биҙендә каналдың яман шештән быуылыуы, таш тулыуы ихтимал. Ә һуңғыларына бер ирҙәр генә дусар булмай бит. Мәҫәлән, бөйөрөндә яман шеш барлығы асыҡланған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа етерлек, шулай уҡ бәүел юлының тыумыштан ҡыҫылған булыуы ихтимал. Тимәк, урология балаларҙы ла, үкенескә ҡаршы, урап үтмәй.
– Барыбер ҙә был өлкәгә ҡағылышлы сирҙәр ир-егет өлөшөнә күберәк төшә…
– Ирҙең енес биҙе – уның икенсе йөрәге, тип юҡҡа әйт­мәйҙәр. Көслө зат урологка килә икән, уның күҙенә ҡарап та ниндәй сирҙән яфаланғаны һиҙелеп тора. Сөнки енес би­ҙенә бәйле ауырыуға дусар кешенең тормошҡа ҡарашы үҙгәрә, битарафлығы көсәйә (хәйер, сирләһәң, яҡшы кәйеф менән йәшәү, ай-һай, еңел тү­гел). Ир кәрһеҙләнгәс, башында бәҙрәф ҡайғыһы ғына булғас (шаяртыу түгел), ниндәй кәйеф хаҡында һүҙ йөрөтөү мөмкин инде? Ә сиргә дусар булыуы­ның бөтә хикмәте шунда: ҡа­тын-ҡыҙҙың бәүел юлы 2-3 сантиметр булһа, ир-егеттеке ун тапҡырға (!) оҙонораҡ. Тимәк, оҙон юлда төрлө сирҙең йы­шыраҡ һәм күберәк бар­лыҡҡа килеүе көн кеүек асыҡ. Ә енес биҙе тиҙ бирешеүсән. Бында, әлбиттә, сирҙәрҙең исем­дәрен атап сығыуҙы маҡ­сат итеп ҡуй­майым. Һәр хәлдә, ауырыуҙар етерлек. Иң мөһи­ме, сир нин­дәй күренеш ар­ҡаһында бар­лыҡҡа килә – шул һорауға яуап биреп ҡарайыҡ.
Ир-ат – көслө зат, тиһәләр ҙә, саҡ ҡына һыуыҡ алдымы, ваҡытында тейешенсә дауа­ланмаһа, һөҙөмтә бик үкенесле булыуы ихтимал. Үлемгә барып етеү ҙә бер ни тормай. Ниңә 45-тән һуң, тиһегеҙме? Сөнки 40-тан һуң, билдәле, организм ҡартая башлай. Йәшерәк саҡ­тағы йоҡа кейенеп йөрөүҙәр, алкоголде самаһыҙ ҡулланыу, тәмәке тартыу “иҫкә төшә”. Ә һеҙ беләһегеҙ: ашҡаҙан аша килгән бөтә бысраҡ бәүел юлы аша сығып китә, ҡайһы берҙәре тороп та ҡала. Бәүел юлындағы бирсәләр шул комплекслы шарттар ярҙамында барлыҡҡа килә лә. Ябай ғына миҫалы ошолай инде.
– Башҡа сирҙәр фонында урологияға бәйлеләре күбе­рәк, тип әйтеп буламы?
– Йөрәк-ҡан тамырҙарына, баш мейеһенә бәйле сирҙәр ныҡ йышайҙы. Шул уҡ ваҡытта, үкенескә ҡаршы, башҡалары ла ҡалышырға теләмәй. Мәҫә­лән, беҙҙең бүлектә 51 койка-урын иҫәпләнә. Уларҙың буш торғаны юҡ. Ҡайһы бер төр операцияларҙы ике айға алдан планлаштырырға тура килә, тәүлегенә ете-һигеҙ тапҡыр тиҙ рәүештә яһалғандары хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Стәрлетамаҡ ҡала­һынан тыш, эргәлә урынлашҡан тағы ете муниципаль берәмекте хеҙмәтләндереүебеҙҙе иҫәпкә алғанда ла, был – хәүефле күренеш. Шулай булғас, сирҙең ни тиклем йыш осрауын күҙ алдына баҫтыра алаһығыҙҙыр.
Икенсе бер миҫал: бынан егерме йыл элек, әйтәйек, бер ауылда 60 йәшлек 15 ир йәшә­гән, ти. Бөгөн шул уҡ йәштә­ге­ләр шул уҡ ауылда бишәү генә булыуы ихтимал (урбанизация хаҡында һүҙ йөрөтмәйем). Атап әйткәндә, бөгөн беҙгә завод­тарҙың ҡеүәтле йылдарында эшләгән һәм айҙар буйы иҫкерә белмәгән аҙыҡ-түлекте ашап үҫкән быуын килә.
– Ә шулай ҙа кешене өмөт йәшәтә бит…
– Һауығырға, сирҙәрҙең ста­тистикаһын бер ни тиклем кәметергә һәр ваҡыт юл бар. Тәү сиратта, әлбиттә, ваҡы­тын­да табиптарға күренеү, диспансерлаштырыу үтеү, сәләмәт тормош алып барыу. Шуға медицинала, минеңсә, күберәк иғтибарҙы сирҙәрҙе асыҡлауға йүнәлтергә кәрәктер. Был йә­һәттән медицинаға ғына үҫе­шергә түгел, халыҡтың үҙенә лә әүҙемләшергә кәрәк. Мәҫә­лән, кеше йылына бер тапҡыр булһа ла УЗИ үтергә тейеш. Иманым камил, гәзит уҡыу­сылар араһында хатта өс йылға бер тапҡыр тикшере­леүселәр ҙә һирәк.
Бынан тыш, әлбиттә, медицина өлкәһендәге техноло­гия­ларҙың үҫешенән күп нәмә тора. Әйтәйек, бихисап осраҡты “бысаҡҡа” алып барып еткер­мәҫкә лә мөмкин. Мәҫәлән, лазер менән бөйөрҙәге таштарҙы ваҡлау, бәүел юлына махсус ҡорамалдар менән инеп, яман шеште юҡ итеү. Ә бит был фантастика түгел. Тик дауахана­ларҙа шундай ҡорамалдарҙың күберәк булыуы ғына шарт. Беҙҙә, әйткәндәй, лазерға ҡағы­лышлы яңы ҡорамалдар ҡуйыу мәсьәләһе ошо йыл аҙағына тиклем хәл ителәсәк. Был технологиялар менән эшләргә ике тиҫтәгә яҡын медицина белгесе әҙер ҙә инде. Иң мөһиме – был күберәк кешене дауаларға мөмкинлек бирәсәк!
Ошо ике күренеште күҙ уңын­да тотһаҡ, сәләмәтле­ге­беҙгә ул тиклем ҡурҡыныс янамаясаҡ.


Вернуться назад