Ҡайҙа һин, көтөүсе?19.02.2016
Ҡайҙа һин, көтөүсе? Ауылда көтөүсе табыуы йылдан-йыл киҫкенерәк мәсьәләгә әйләнә бара. Мал төрлө тарафҡа һибелеп йөрөгәнлектән, сабынлыҡтар, сәсеүлектәр юҡҡа сыға, көҙгөһөн күбәләр, хатта кәбәндәр “бәшмәккә әүерелә”, юл-транспорт ваҡиғалары даими теркәлеп тора, тана-үгеҙ юғалған осраҡтар ҙа булғылай.

Көтөүсе хеҙмәтенең еңел эш түгеллеген күптәр белә. Уның эш көнө иртә таңдан ҡараңғы төшкәнгә хәтлем – 14 сәғәткә һуҙыла. Етмәһә һауа торошоноң да төрлө сағы була. Ямғыр, рашҡы, ел-дауыл һәм башҡа ғәрәсәткә ҡарамай, малдан күҙ яҙлыҡтырмаҫҡа тейешһең. Был һәр кемдең дә ҡулынан килмәй шул. Елкәләре ҡалындар, түҙемһеҙҙәр көтөүҙе ваҡытынан алда ташлаған осраҡтар тураһында хәбәрҙарбыҙ.
Ҡайһы бер ауылдарҙа көтөүсе юҡлыҡтан кешеләр сиратлап көтөргә мәжбүр була, ә инде бындай осраҡта кемдер малын бөтөнләй иреккә сығарып ебәрә. Сиратлап көтөү тәғәйен көтөүсене бер нисек тә алмаштыра алмай. Көн дә төрлө кеше сыға, үҙ сиратында ерҙәрҙе белеп етмәгәнлектән көтөүлектәр дөрөҫ файҙаланылмай. Күбеһенсә ҡайҙа етте, шунда алып сығалар. Шуға күрә лә малдарҙың тәүлек артымы, һөтө ысын көтөүсе көткәнгә ҡарағанда әҙерәк була.
Әйтәйек, төрлө тармаҡта эшләүселәргә сират етһә, улар етәкселектән һорап китеп, ошо ролгә инергә мәжбүр. Көтөүселәр, һәр ауылды алып ҡарағанда, бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуға күрә миҙгелде тулыһынса намыҫлы үткәргән сыҙамлы­ларға ҡышҡы айҙарға эшһеҙлек буйынса пособие түләү стимул өҫтәр ине. Пособие тәғәйенләү өсөн белешмәне ауыл хакимиәте бирә ала бит. Көтөүсе аҡсаны үҙе өй беренсә йөрөп йыйырға тейеш түгел, ул ауыл хакимиәте башлығы етәкселегендә йәки икенсе юл менән ойошторолһон. Минеңсә, Пенсия фонды бүлексәһе аша түләү менән күптәр килешер. Ул ваҡытта көтөүсенең дөйөм хеҙмәт стажы йыйылып барасаҡ. Ҡайһы бер намыҫһыҙ бәндәләр көтөүсегә эш хаҡы урынына спиртлы эсемлек биреүҙән дә тартынмай бит.
Тағы бер мөһим әйбер. Малды һыбай йөрөп көтөү өсөн эйәр кәрәк, ә ул хәҙер юҡ кимәлендә. Хәрбиҙәргә эшләнгәндәре бик уңайлы, файҙаланыу ваҡыты ла оҙайлы. Ул аттың арҡаһын өйкәмәй, оҙаҡ йөрөгәндә лә йәрәхәтләмәй. Ундай эйәрҙәр һаҡланып ҡалған, күсермәләрен алып, республикала етештереүҙе яйға һалырға мөмкин.
Республика парламентарийҙары мал­дың ҡолағына бирка тағыу мәсьәләһен дә күтәрә. Шул ысул менән юл-транспорт ваҡиғаларына сәбәпсе булған малдың хужаһын асыҡлап, яуаплылыҡҡа тартты­рырға мөмкин. Эште атҡарыу өсөн бюджеттан йәки бүтән сығанаҡтан йыл һайын ҙур ғына күләмдә аҡса кәрәгәсәк. Ҡарауһыҙ йөрөгән мал арҡаһында яһалған ава­рияларҙы тикшергәнсе, уларҙы булдырмау, һис юғында кәметеү сараһын эҙләйек. Бөтә йәһәттән дә бында берҙән-бер юл – ауыл ерендә шәхси хужалыҡтарҙағы малды миҙгелдең башынан аҙағынаса көтөүҙе юлға һалыу.
Малдан тапатмайым тип, күп фер­мерҙар сәсеүлеген кәртәләргә тотондо. Ҙур биләмәне ҡойма менән уратыуға күп сығым сарыф ителә. Совет осоронда баҫыуҙар, бесәнлектәр тапалманы, сөнки шәхси хужалыҡтарҙа тәртип булды.
Сираттағы көтөүгә лә йыраҡ ҡалманы. Күңелһеҙ хәл быйыл да ҡабатланмаһын өсөн төрлө кимәлдә әҙерлек эштәрен хәҙерҙән үк хәстәрләү зарур.






Вернуться назад