Ҡараҡайҙың ҡара тырышы19.02.2016
Ҡараҡайҙың ҡара тырышы Малсылыҡ һәм йәшелсәселек тармаҡтарын кем күтәрергә тейеш? Дәүләтме, әллә фермермы? Ғүмере буйы ауыл хужалығында эшләгән һәм үҙ елкәһендә уның барлыҡ ауырлыҡтарын татыған, әле 70-те ҡыуған фермер Әнүәр ҒӘЛИӘКБӘРОВ был хаҡта үҙ фекерен белдерҙе, үткәндәрен иҫкә алып, миҫалдар килтерҙе.

– Ҡараҡай ауылында дүрт балалы ғаиләлә донъяға килгәнмен. Билән урта мәктәбен тамамлағас, комсомол юлла­маһы буйынса, 1964 – 1969 йылдарҙа Красноярск ГЭС-ын төҙөүҙә ҡатнаштым, – тип башланы һүҙен Әнүәр Йәлил улы. – Унан әрмегә алдылар, Байконурҙа хәрби бурысымды үтәгәс, Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға индем. Йәш, дәртле саҡта көрәш менән шө­ғөлләнеп, спорт мастерлығына кандидат та булдым. 1977 йылда юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, “Билән” колхозына эшкә ҡайттым. 2001 йылда иһә “Ғәлиәкбәров” шәхси хужалығын астым. Ауылыбыҙҙа “Билән” колхозының ферма бинаһы буш тора ине, шуны йүнәттем дә, 50 баш һыйыр малы һатып алып, ең һыҙғанып эшләй башланым. Был тармаҡта үҙемде ете йыл һынағас, һауын һыйыр­ҙарын бөтөрөп, Свердловск өлкәһенән “романов” тоҡомло һарыҡтар алып ҡайттым.
– Ә һарыҡ аҫрау табышлы тип уйлай­һығыҙмы?
– Ваҡ малдың иң күп сағы артта ҡалды – 350 башҡа тиклем еткәйне улар, бөгөн 130 баш иҫәпләнә. Халыҡ ҡорбан салырға, шулай уҡ ашау өсөн былай ҙа һатып ала. Бер һарыҡ 15 – 30 килограмм тарта. Аҫрай башлағанда итен генә түгел, йөнөн, тиреһен дә һатырмын тип уйлағайным. Ниәтем барып сыҡмағас, аңланым: һарыҡтың итенән башҡаһы бер кемгә лә кәрәкмәй. Йөндө – 5 – 10, тирене 10 һум­дан һатып алалар! Шунан һарыҡты кәметтем. Хәҙер тиреләрҙе, мал һуйғас, ҡайҙа илтергә белмәй аптыранам. Тағы дебет кәзәләре аҫрарға теләк тыуҙы. Был хыялымды тормошҡа ашыраһы бар әле.
– Фермерҙар баҙарҙы үҙҙәре етеш­тергән аҙыҡ-түлек, ит менән тәьмин итә аламы?
– Беҙ үҙебеҙҙең Башҡортостандың халҡын туйындыра алабыҙ. Бының өсөн, әлбиттә, дәүләт ярҙамы кәрәк.
– Дәүләт фермерҙарға ярҙам итәлер бит...
– Хоҡуҡи яҡтан ярҙамға мохтажбыҙ. 2013 йылда 630 мең һумға “ГАЗель” машинаһы һатып алдым. Хөкүмәт уның хаҡының 40 процентын (160 мең һум) кире ҡайтарып бирҙе. Былтыр йәнә 30 мең һумлыҡ ярҙам алдым. Ауылды тарҡатмаҫҡа теләүселәр, ерҙе яратыусылар кемдәр? Әлбиттә, фермерҙар. Ысынында, дәүләттән ярҙам булғанда эшләргә мөмкин.
– Шәхси эшҡыуарҙарҙың күпселеге кеүек, инфляцияға һылтанып, етештергән тауарға хаҡты арттыраһығыҙмы?
– Юҡ. Баҙарҙа иттең килограмы 350 һум торғанда, мин 250-нән ҡуям. Ҡыярҙың килограмы магазиндарҙа 150 һум булғанда, 100 тәңкәнән һатам.
– Тимәк, йәшелсәселек менән дә шөғөл­ләнәһегеҙ?
– 2003 йылда тотонғайным, бөгөн 0,7 гектар ерем бар. Унда ҡыяр, помидор, сөсө торма, йәшел тәмләткестәр, кәбеҫтә үҫтерәм.
– Орлоҡ үҙегеҙҙекеме?
– Ҡыяр менән кәбеҫтә орлоғон Туймазы ҡалаһынан алам.
– Уңыш мулмы?
– Ғинуар айында тотонһам, мартта инде һата башлайым. Сөсө торманы, тәмләткестәрҙе, ҡыярҙы һуңыраҡ сауҙаға сығарам. Май айынан помидор һатам. Йылына 60 тонна ҡыяр, 40 тонна кәбеҫтә йыйып алабыҙ. Миндә биш кеше эшләй. Уларға аҡсаны ваҡытында бирәм.
– Йәшелсәне ҡайҙа һатаһығыҙ?
– Өфөгә көҙгө йәрминкәләргә сығам. Күпселеген Свердловск, Силәбе өлкә­ләрендә, Балаҡатайҙа һатам.
Һарыҡ көтөргә 18 гектар ерем бар. “Т-40”, “МТЗ-82”, “Т-25” маркалы тракторҙа­рым – хужалыҡта төп көс. Һарыҡтарға бесәнде үҙ еремдә үҫтерәм.
– Ғаилә хәлдәрегеҙ ҙә ҡыҙыҡһындыра...
Һүҙгә уңған фермерҙың ҡатыны Венера Мәжит ҡыҙы ҡушыла:
– Туймазынанмын. Өфөлә таныштыҡ Әнүәр менән. Өс йыл дуҫлашып йөрөгәс, никах уҡытып, сәстәрҙе сәскә бәйләнек. Туйҙы ла гөрләтеп өс көн – Туймазыла, ике көн Ҡараҡайҙа үткәрҙек. Унан биш балаға ғүмер бирҙек.
Иң олоһо – Ирина, күңеле тулы моң. Әнүәр уны ете йыл буйы Силәбе өлкәһе­нең Нязепетровск ҡалаһына, музыка мәк­тәбенә түңәрәккә йөрөттө. Ирина ҡыҙыбыҙ фортепианола оҫта уйнай. Өфөлә төплән­де, банкта эшләй. Ире Раил менән ике бала үҫтерә.
1976 йылда был гүзәл йыһанға ауаз һалған Регина ҡыҙыбыҙ ауылда ҡалды, кейәүебеҙ Мөбәрис менән атайҙарына ярҙамлаша, һарыҡтарҙы ҡараша. Рафаил, Аслан, Рәсүл исемле ейәндәребеҙҙе һөйөү бәхетен дә кисерәбеҙ.
Лариса, Лера исемле ҡыҙҙарыбыҙ Туймазыла көн күрә. Әйткәндәй, Лариса ла йәшелсә үҫтереп һата. Ире Рәмис менән ике бала тәрбиәләй. Лера иһә кейәүебеҙ Руслан менән ике бала үҫтерә.
1988 йылда тыуған төпсөгөбөҙ Динар Өфөлә колледж тамамланы, ауылыбыҙ янындағы телевышкала, атаһы урынында эшләй. Киленебеҙ Лариса – Билән ауылында банк хеҙмәткәре. Йолаға ярашлы, Динар беҙҙең менән йәшәй.
Мин мәктәптән ҡайтып инмәнем, тиһәң дә була. Уҡытыусы булараҡ әле лә тик тормайым, “Тамбур” тигән сигеү түңәрәге ойоштороп ебәрҙем. Кистәрен беҙ, 12 ҡа­тын-ҡыҙ, йортобоҙға йыйылып, сигеү менән шөғөлләнәбеҙ.
Әнүәр Йәлил улы һүҙҙе дауам итте:
– Ҡараҡайҙа 93 йорт, мәсет бар. Үҙем дини байрамдарыбыҙҙы көтөп алам, ҡорбан салдырам. Әле хәләл ефетем менән Иранда сәйәхәттә булыу бәхетенә өлгәштек. Хаж ҡыласаҡбыҙ. Өйөбөҙҙә беҙ тағы йыраҡ туғаныбыҙ Мөслимә Вахитованы (уға 97 йәш) тәрбиәләйбеҙ. Был әбей юл аша ғына йәшәне. Йәйҙәрен – ҡолап барған йортонда, ә ҡыштарын беҙҙә көн күрә. Уны йәлләп, үҙебеҙгә һыйын­дырҙыҡ. Ауылда күпселеге – ололар. Йәштәр ҡалаға китеү яғын ҡарай бит.
Иң мөһиме – мәктәп-клубтарҙы һаҡлап ҡалырға, юлдар һалырға кәрәк. Шәхси предприятиелар асыу, ауыл хужалығында етештерелгән тауарҙы һаҡлауҙы, һатыуҙы ойоштороу зарур. Һуңғы 15 йылда беҙҙең Билән ауылы халҡы 600 кешегә кәмене! Күбеһе йәшәү шарттары яҡшы булған район үҙәктәренә, ҡалаларға “һыҙҙы”. Ауылһыҙ Рәсәй юҡ!





Вернуться назад